Төрлөһөнән
31 Марта 2022, 10:12

Башҡортостанда көндәр ҡасан йылына

Марттың һуңғы көндәрендә ҡыш үҙ холҡон күрһәтте.

Башҡортостанда көндәр ҡасан йылынаБашҡортостанда көндәр ҡасан йылына
Башҡортостанда көндәр ҡасан йылына

Марттың һуңғы көндәрендә ҡыш үҙ холҡон күрһәтте. Өфөлә генә ике тәүлектә айлыҡ яуым-төшөм нормаһының дүрттән бер өлөшө яуған. Башгидрометүҙәк синоптиктары фаразынса, 1 апрелдә республикала ысын яҙ башлана. Ямғыр яуыуы көтөлә, ә термометр бағанаһы көндөҙ +7 градусҡа тиклем күтәрелә.

Алдағы ял көндәрендә температура күтәрелә, йәкшәмбе, 3 апрелдә, һауа +13 градусҡаса йылына.

Идаралыҡ белгестәре һүҙҙәренсә, ошо ваҡыттан республикала көндөҙ плюслы температура һаҡлана. Киләһе аҙнала төндә 0 градус булыуы көтөлә.

https://www.bashinform.ru/news/social/2022-03-31/stalo-izvestno-kogda-v-bashkiriyu-pridyot-ustoychivaya-plyusovaya-temperatura-2750475

Автор:
Читайте нас