

Рысҡужа ауылында донъяға тәүге ауаз биреп, Ҡыҙыл һыуын һыулап үҫкән ул. Ошонда башланғыс мәктәпте тамамлап, бишенсегә Ҡаҙмашҡа уҡырға барған. 8-се кластан һуң ағаһы белем алып йөрөгән Сибай педагогия училищеһына ингән.
— Атай, әсәй йоғонтоһо ла ҙур булғандыр, сөнки беҙҙең ғаиләлә иң хөрмәтле һөнәр — уҡытыусы ине. Уларҙың кәңәшен тотоп, яңылышманым. Шулай уҡ ағаһы менән бергә уҡыһалар, яҡшыраҡ тип иҫәпләгәндәрҙер, — ти Вәлит Әхмәтшәриф улы.
1976 йылда ҡулына диплом алған йәш уҡытыусы Һамар мәктәбенә эшкә килә. Уны йүнәлтмә буйынса Илеш районының Үрге Йәркәй ауылына ебәрергә тейеш булалар, әммә район мәғариф бүлеге мөдире Г. Г. Хөсәйенов үҙенсә хәл итә.
Коллектив менән дә, балалар менән дә тиҙ уртаҡ тел таба. Уҡытыусылыҡ эшен бик оҡшата һәм юғары белем алыу ниәте менән бер йылдан Магнитогорск дәүләт педагогия институтына көндөҙгө бүлеккә уҡырға инә. Студент йылдары күҙ асып йомған арала уҙа. Был юлы уны йүнәлтмә буйынса Ноғайбәк районының Балканы ауылына ебәрәләр. Институт бөтөү менән 1981 йылда Баймаҡ районы Өмөтбай ауылы ҡыҙы Зифаға өйләнә. Йәш уҡытыусылар ғаиләһенә фатир бирәләр, улар өсөн бөтә шарттар булдыралар. Тик сит ерҙе үҙһенмәй, ҡалырға әллә күпме өгөтләһәләр ҙә тейешле өс йыл ваҡыт үтеү менән тыуған яғына эш белешергә китә. Ул мәлдәге РОНО мөдире Юлай Әғзәмов уҡытам тип янып торған Вәлит Зәйнуллинға инспектор эшенән башҡаһы юҡ тип ҡырт киҫә. Ризалашмай, ҡайта һәм бер айҙан тағы бәхетен һынап ҡарамаҡсы була. Юлай Ибраһим улы һаман фекерен үҙгәртмәй, ике-өс йыл эшләрһең дә үҙең теләгән мәктәпте һайлап китерһең, ти. Ата-әсәләре лә ҡайт, беҙгә яҡыныраҡ булырһың тигәс күнергә тура килә. Шулай итеп, 1984 йылдың 1 июнендә Вәлит Әхмәтшәриф улы хеҙмәткә өйрәтеү буйынса инспектор булып китә. Гел ҡатын-ҡыҙҙарҙан торған коллективта Мөхтәрәмә Ғәбитова, Әминә Ғилманова, Венера Шәғәлина кеүек үҙ һөнәре оҫталары менән райондың мәғариф бүлегендә эш башлай. Тап шул мәлдә мәктәптәрҙә хеҙмәткә өйрәтеүгә ныҡлы иғтибар бирелә.
— Районда 24 урта мәктәп ине, Хәмиттән башҡаһында хеҙмәт һәм ял лагеры ойошторолдо. Партия колхоз-совхоз етәкселәренән унда бөтә шарттар булдырыуҙы талап итте. Балаларға төшкә тиклем эш, төштән һуң ял мәле. 1986 йылда Гусев мәктәбендә семинар-кәңәшмә уҙғарылды, алдынғы мәктәптәр үҙҙәренең эш тәжрибәһе менән уртаҡлашты, — ти Вәлит Әхмәтшәриф улы. — Ул ваҡытта әлеге кеүек транспорт юҡ, нисек тура килә, район буйлап шулай сығып китәһең. «Юпитер-5» мотоциклын алып биргәс, ҡыуанысымдың сиге булманы.
Өс йыл эшләгәс, яҙмыш юлы уны үҙе мәктәпкә илтә. Был мәлдә Юлай Әғзәмов урынына Афзал Сөләймәнов килгән була. Дәүләт урта мәктәбе директоры эштән китеү тураһында ғариза яҙа. 1987 йыл — илгә демократия килгән осор. Директорҙы һайлап ҡуйырға ҡарар итәләр. Дүрт кандидат араһына мәғариф бүлегенән В. Зәйнуллинды ҡуялар. Альтернатива рәүешендә генә ҡатнашам тип быға әллә ни әһәмиәт бирмәй. Тик йыйылышта коллектив Вәлит Әхмәтшәриф улы өсөн тауыш бирә. Был хаҡта бер ни белмәгән ғаиләһенә яңылыҡ еткереп, Дәүләткә күсенергә тура килә. Яңы урында дәртләнеп эшкә тотона, балаларҙы уҡытыу, тәрбиә мәсьәләһенә етди ҡарай. Дәүләт мәктәбенең интернаты була, унда Ҡушыйҙан, Селивандан, Яңауылдан етмешләгән бала ятып уҡый. Кистәрен улар менән шахмат уйнаһынмы, төрлө темаларға әңгәмә ҡорһонмо — директорҙы көтөп кенә торалар. Йәш, берҙәм коллектив менән дә ҡулға-ҡул тотоношоп эшләгәс, белем усағы тиҙ күтәрелә. 1993 йылда район буйынса Дәүләт урта мәктәбе беренсе урын ала, киләһе йылда республика этабын уңышлы үтеп, Рәсәй кимәлендә «Йыл мәктәбе» исеменә лайыҡ була. Ябай ауыл мәктәбенең шундай юғары еңеү яулауы коллективҡа ҡанат ҡуя. Мәктәп директорының уңышлы эшен күргән район башлығы Заһир Ғәлин саҡыртып алып, Дәүләт ауыл Советы рәйесе вазифаһын тәҡдим итә. Үҙ эшенең фанаты булған В. Зәйнуллин етәксенең өгөт-нәсихәтенә лә күнмәй. Уҡыу йылы башланып өлгөрмәй, мәшәҡәт-хәстәрҙәр артында яңыһы килеп етә, дәртләнеп эшләп 12 йыл үтеп тә китә.
1999 йылда мәғариф бүлеге мөдире Владислав Таһиров тәжрибәле етәксене һынап йөрөгәндән һуң үҙенә урынбаҫар итеп эшкә ала.
— Оҙаҡ йылдар бергә эшләгән коллективтан, балаларҙан айырылыу еңелдән булманы, Дәүләт мәктәбенә ныҡ өйрәнгәйнем, оҙаҡ ваҡыт һағындым, — ти Вәлит Әхмәтшәриф улы. — Владислав Рәүф улына ла рәхмәтлемен, шул тиклем кеселекле, кешелекле булды, кәңәштәре менән һәр саҡ ярҙам итте.
Яңы урында ярты йыл да эшләп өлгөрмәй, В. Таһиров район башлығының кадрҙар буйынса урынбаҫары булып китә һәм урынына В. Зәйнуллинды ҡалдыра. Яуаплы вазифала ул иң тәүҙә уҡытыу сифатын күтәреүгә һәм мәктәптәрҙең матди-техник базаһын нығытыуға тотона. Тап ошо йылдарҙа белем усаҡтарын ремонтлап, заманса төҫ биреү, тирә-яғында сәскәләр үҫтереүгә, шарттар булдырыуға иғтибар бирелә. Яңы мәктәптәр төҙөлә, 2000-2009 йылдар арауығында 11 белем усағы үҙ ишектәрен аса. Уларҙың туғыҙы башланғыс булһа, Рәхмәт менән Хәмит ауылдарында урта мәктәптәр сафҡа индерелә.
— Район башлыҡтары һәр саҡ мәғариф менән ҡыҙыҡһынып, тәүге урынға ҡуйыуҙары, ярҙам итергә әҙер булыуҙарына рәхмәтлемен. Владимир Павлюкович мәктәптәрҙең матди-техник базаһын нығытыуға күп көс һалды. Рим Сыңғыҙов йыл да бер ҙур мәктәпкә һәм балалар баҡсаларына капиталь ремонт эшләтте, — ти әңгәмәсем. — Яңы Балапан, Буранғол, Михайловка, Хәлил, Әлмөхәмәт, Ҡаҙмаш, Мораҡай мәктәптәре танығыһыҙ булып яңырҙы. Байымда яңы бина төҙөлдө һәм ҡалғандары ремонтланды, был төбәктәге белем усаҡтары бөтәһе лә йүнәтелде. Иң һуңғы булып Сиҙәмдә мәктәпте яңырттыҡ. Ҡалған белем усаҡтары ла иғтибарһыҙ ҡалманы. Мәҫәлән, Шәрип һәм Йәлембәт башланғыс мәктәптәрен үҙебеҙ материалдар алып, балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе директоры Ласын Усманов етәкселегендә егеттәребеҙ төҙөп ҡуйҙы. Ташбулат, Дәүләт, Йәнгел, Сиҙәм балалар баҡсаларында өҫтәмә төркөмдәр астыҡ. Район үҙәгендә оҙаҡ йылдар ата-әсәләрҙе борсоған сират мәсьәләһен хәл итеп, 2014 йылда «Миләш» баҡсаһын төҙөнөк.
2001 йылда Америкала стажировка үтеүе ғүмеренең онотолмаҫ миҙгеле булып күңелендә һаҡлана. Республиканан ике генә кеше ауыр һынауҙарҙы лайыҡлы үтеп сит илгә барып ҡайта. 21 көн дауамында илдең мәғариф системаһы менән танышыу, мәктәптәрен ҡарау, балалар менән аралашыу фәһемле була.
Замана елдәре мәғарифҡа ла ҡағылмай тормай. Совет белем биреү системаһын тамырынан үҙгәртеп, федераль дәүләт белем биреү стандарттарына күскән, ОГЭ, ЕГЭ-лар индерелгән ҡатмарлы мәлдәрҙе мәғариф бүлеге белгестәре менән бергәләп үтәләр. Урынбаҫарҙарын да, методкабинет етәкселәрен дә, ғөмүмән, ҡулы аҫтында эшләгән һәр кемде тик йылы һүҙҙәр менән иҫкә алды.
Мәктәптәргә ҡағылған оптимизация осоро иң көсөргәнешле мәл була. Ҡыҫҡартыуға эләккән уҡытыусылар менән етәксе булараҡ ҡатыраҡ һөйләшергә тура килгән саҡтары ла булғандыр, әммә һәр кемде ябай кешесә аңларға тырышыу, һәр кемдең кисерештәрен үҙ йөрәге аша үткәреп, күңеленә ауыр алғандыр.
— Егерме йылдай ваҡыт һиҙелмәйсә үткән дә киткән. Эш көнөм иртә башланды. Көн дә һигеҙенсе яртыла мәктәп директорҙарына шылтыратам, пландар-эштәрҙе барлайым. Телефондан ғына һөйләшеү етмәй, мәктәптәргә сығып йөрөргә яраттым, — ти В. Зәйнуллин. — Минең өсөн иң ҡыуаныслыһы, яңы мәктәптәр асыу ине, ә иң үкенеслеһе уларҙы ябыу тураһында ҡарар ҡабул итеү булды. Әбйәлил мәғарифы үҫешһен тип тырыштым, хәҙер ҙә алдынғы ҡарашлы уҡытыусылар, һәләтле уҡыусылар күберәк булһын тип теләйем. Районыбыҙ республикала был йәһәттән үҙ данын, позицияһын юғалтмаһын.
2000-2019 йылдарҙа район мәғариф бүлеген етәкләгән Вәлит Әхмәтшәриф улының ауыр, тынғыһыҙ хеҙмәте РФ-ның мәғариф алдынғыһы, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, республиканың Почет грамотаһы менән билдәләнгән. Шулай ҙа иң юғары баһа, район уҡытыусыларының, мәктәп директорҙарының һаман уны онотмай, шылтыратып тороуҙары, шатлыҡ-көйөнөстәре менән уртаҡлашыуҙарылыр, моғайын. В. Зәйнуллинды хаҡлы ялға оҙатыу тантанаһында район педагогтарының аяғүрә баҫып, оҙаҡ алҡышлауы, сәскә-гөлләмәләргә күмеүҙәре — ҙур ихтирам билгеһе.
Ғаиләһе, улдары, килендәре менән бәхетле ул. Тормош юлдашы, оҙаҡ йылдар уҡытыусы булған Зифа Рәхимйән ҡыҙы менән иңгә-иң терәп, ейән-ейәнсәрҙәренә олатай-өләсәй бәхетен кисереп матур йәшәйҙәр. Балаларына яҡшы тәрбиә, юғары белем биргәндәр. Өлкәндәре Азат Асҡарҙа төпләнгән, заправкала менеджер булып эшләй. Булат Мәскәүҙә йәшәй, үҙе булдырған фирманың генераль директоры. Икеһе лә ғаиләле, балалар үҫтерәләр. Кинйәләре Динир Эске эштәр органдарында хеҙмәт итә.
Район мәғарифын оҙаҡ йылдар етәкләгән, уның тарихында юйылмаҫлыҡ эҙ ҡалдырған Вәлит Әхмәтшәриф улына юбилейы айҡанлы иң изге теләктәр юллайбыҙ, именлектә-һаулыҡта аҡһаҡал дәрәжәһенә еткәнсә оҙон ғүмер кисерергә яҙһын.