Төрлөһөнән
9 Апреля 2022, 05:30

«Замандаш»тың тәүге геройы

«Журналист эшен яратам. Ул көнө генә түгел, сәғәте-минуты ҡабатланмаған булыуы менән оҡшай. Яңы эш көнөм тағы ниндәй ваҡиғалар менән ҡаршы алыр, ниндәй ҡыҙыҡлы яҙмыштар менән осраштырыр тигән уй менән редакцияға көн дә тәүгә эшкә барғандай ашҡынып киләм», — тип тамамланы һүҙен «Замандаш» проектының тәүге геройы Гөлнара Күсәрбаева.

«Замандаш»тың тәүге геройы«Замандаш»тың тәүге геройы
«Замандаш»тың тәүге геройы

«Оҙаҡ йылдар бер урында намыҫлы хеҙмәт иткән кешеләр була. Тыйнаҡлыҡтары арҡаһында артыҡ күҙгә ташланып та бармайҙар, шул уҡ ваҡытта уларһыҙ эш тә бармай. Шундай замандаштарыбыҙҙың хеҙмәтен баһалау, ҡәҙер-хөрмәт күрһәтеү, донъяға, профессияһына ҡарашы, уй-фекерҙәре менән таныштырыу маҡсатынан сығып, беҙ Асҡар ауыл биләмәһе ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы етәксеһе Гөлсөм Хәкимова менән «Замандаш» исемле проект башланыҡ һәм уның сиктәрендә ай һайын бер яҡташыбыҙға арналған сара үткәрергә ниәтләйбеҙ», — тип башланы кисәне район үҙәк китапханаһының уҡыу залы хеҙмәткәре Лилиә Дәүләткирәева. Ойоштороусыларҙың «Замандаш»тың тәүге геройы итеп беҙҙең хеҙмәттәшебеҙ, «Осҡон» гәзите хәбәрсеһе Гөлнара Күсәрбаеваны саҡырыуҙары айырыуса ҡыуаныслы булды.
Ысынлап та, Гөлнара Ишбулды ҡыҙы — хеҙмәт кенәгәһендә бер генә яҙыу булған һирәк кешеләрҙең береһе. Шулай уҡ тыйнаҡлығы, үҙен күрһәтеп йөрөргә яратмауы хаҡ, әммә һөнәренең асылы буйынса ул күҙгә ташланмайынса йәшәй алмай: бына 20 йыл буйы тынғыһыҙ гәзит эшен төптән егелеп тартҡан, ошо йылдар эсендә һәр ауылда әллә күпме тапҡыр булған, халыҡ араһынан тема, геройҙар эҙләгән Гөлнара Күсәрбаеваны ла район халҡы яҡшы белә һәм төплө, тулы мәғлүмәтле, бай телле, халыҡсан мәҡәләләре өсөн хөрмәт итә. Был хаҡта кисәлә ҡатнашыусы ауыл хәбәрсеһе, мәғариф ветераны Мөнирә Кирәева һәм башҡалар ҙа әйтте. «Ысын мәғәнәһендә журналист, үҙ һөнәрен белеп һайлаған кеше. Үҙем дә көтөп алып, яратып уҡыйым Гөлнара Күсәрбаева яҙғандарҙы, башҡаларҙың да шулай тип әйткәндәрен күп ишеткәнем бар. Күңелгә ятышлы, йөкмәткеле, аҡыллы, тәрбиәүи яҡтан файҙалы итеп яҙыуы күңелгә хуш килә», — тине Мөнирә Хәкимйән ҡыҙы.
Журналистың һөнәри оҫталығына шулай уҡ район мәғариф бүлегенең методик кабинет етәксеһе Р. Сафина юғары баһа бирҙе. Рәғиҙә Мулләхмәт ҡыҙы бер биҫтәлә йәшәгәнлектән Гөлнараны уңған хужабикә, баҡсасы, ҡул эштәре оҫтаһы, яҡшы әсәй һәм ҡатын булараҡ та яҡшы белеүен һөйләп китте.
1-се һанлы Асҡар урта мәктәбенең завучы Ләлә Шәрәфетдинова ата-әсәләр комитетының әүҙем ағзалары булған Гөлнара һәм Олег Фәтхуллиндарҙың балаларының уҡыуҙағы һәм йәмәғәт эштәрендәге ҡаҙаныштары, быйыл уҡыуҙы тамамлаясаҡ Арсендың уҡытыусыларҙың уң ҡулы, күп һанлы олимпиадалар һәм конкурстар еңеүсеһе, мәктәптең ғорурлығы булыуын әйтеп, артабан Әлиәнең был исемде лайыҡлы аҡларына ышанысын белдерҙе.
«Осҡон» гәзитенең элекке мөхәррире Самат Фәйзуллин Г. Күсәрбаеваның универсаль хәбәрсе булыуын, студент сағында практика үткәндә лә, аҙаҡ «Осҡон»да эшләй башлағас та, гәзиттең бер «ҡара» эшенән дә, ауыр темаларҙан да баш тартмауын һөйләне. «Кеше тәүҙә исем өсөн эшләй, аҙаҡ исем кешегә эшләй тигәндәре һинең турала, Гөлнара, хәҙер билдәле журналист булыуға һин көндәлек ныҡышмал, әрһеҙ хеҙмәтең аша ирештең», — тине Самат Исҡужа улы.
Өс рәхмәт хатына лайыҡ булды «Замандаш» геройы. Тәүгеһен Хәлил биләмәһе башлығы Айбулат Баҡыев ауыл тормошон киң мәғлүмәт сараларында даими яҡтыртып барған өсөн тапшырҙы. Район ҡоролтайы һәм Асҡар биләмәһенең рәхмәт хаттарында ла шулай уҡ Гөлнара Ишбулды ҡыҙының әүҙем йәмәғәтселек эшен алып барыуы һыҙыҡ өҫтөнә алынғайны.
Гөлнараның студент саҡтан әхирәте Римма Баймырҙина һәм ошо юлдарҙың авторы үҙҙәренең сығыштарында кисә геройының күркәм кешелек сифаттарына туҡталды. Һәм, әлбиттә, иң йылы йөрәк һүҙҙәрен Хәлил ауылынан Нәйлә һәм Ишбулды Күсәрбаевтар әйтте һәм ҡыҙҙарының бала сағы, бәләкәйҙән ныҡыш, маҡсатҡа ынтылыусан, тырыш булыуы, Хәлил мәктәбен миҙалға тамамлаған тәүге уҡыусы булыуы тураһында һөйләнеләр. Һәр ата-әсә балаһының хеҙмәтен күреү-баһалауҙарын үҙенән былайыраҡ тулҡынланып ҡабул итә. Илгә, яҡташтарына кәрәкле, файҙалы, талантлы бала үҫтергән өсөн ғорурлыҡ тойғоһо кисереп, ойоштороусыларға, хөрмәтләп килеүселәргә рәхмәтле булып ҡайтты Күсәрбаевтар.
Гөлнара Ишбулды ҡыҙының алып барыусылар биргән һорауҙарға яуаптары аша беҙ уның шәхси тормошо, эске донъяһы, биографияһынан төрлө ҡыҙыҡлы һәм фәһемле хәлдәр тураһында ла белдек. Мәҫәлән, барыһы ла математик була тип көткән ҡыҙҙың нисек көтмәгәндә журналистика факультетына барып юлығыуын... «Физик та, лирик та» булған кешеләр иҫәбенә ингән Г. Күсәрбаева (бында атаһының физик, әсәһенең филолог булыуы үҙ ролен уйнаған, күрәһең) барыбер бизмәндең «лирик» яғы нығыраҡ тартыуына бөгөн һис үкенмәй. «Берәй йылы ғына урында банкир, йә иҡтисадсы, һис юғы бухгалтер булып ултырыр инем, бәлки, кеҫәм дә ҡалыныраҡ булыр ине. Әммә улай килеп сыҡмағанына һис үкенмәйем. Уның ҡарауы, күңелем, рухым бай. Журналист эшен яратам. Ул көнө генә түгел, сәғәте-минуты ҡабатланмаған булыуы менән оҡшай. Яңы эш көнөм тағы ниндәй ваҡиғалар менән ҡаршы алыр, ниндәй ҡыҙыҡлы яҙмыштар менән осраштырыр тигән уй менән редакцияға көн дә тәүгә эшкә барғандай ашҡынып киләм», — тип тамамланы һүҙен «Замандаш» проектының тәүге геройы һәм тормош юлында осраған, остаз, өлгө булған, эшкә өйрәткән кешеләргә, «Осҡон» коллективына сикһеҙ рәхмәтле булыуын белдерҙе.
Рәхимә МУСИНА.

Автор:
Читайте нас