+26 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
12 Апрель 2022, 14:55

Башҡортостан проекттары – уңышлы

“Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы” милли проекты нигеҙендә төрлө уй-ниәттәр тормошҡа ашырыла. #национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан    

Рәсәй Федерацияһында “Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы” өҫтөнлөклө милли проекты (национальный проект “Туризм и индустрия гостеприимства”) уңышлы тормошҡа ашырыла. Илебеҙ Президенты Владимир Владимирович Путин билдәләүенсә, милли проекттарҙың һәммәһенең дә төп маҡсаты – граждандарҙың тормош кимәлен яҡшыртыу, халыҡҡа йәшәйештә уңайлы шарттар тыуҙырыу. Был милли проекттарҙың барыһы ла Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы бойомға ашырыла.

Башҡортостан етәкселеге лә туризм йүнәлешенә айырыуса етди иғтибар бүлә, “Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы” милли проекты нигеҙендә төрлө уй-пландар тормошҡа ашырыла.

Мәҫәлән, “Маршрут төҙөлгән” премияһының “Йыл ваҡиғаһы” номинацияһында Башҡортостандың проекттары ла әүҙем ҡатнаша. Әйткәндәй, “Маршрут төҙөлгән” премияһы – “Комсомольская правда” медиатөркөмөнөң уникаль проекты, ул республикабыҙҙа эске туризмды һәм сәйәхәт итеүҙе үҫтереүҙе күҙ уңында тота.

– Беҙҙә туризм үҫеш юлында, сәйәхәтселәрҙең күп булыуы шатландыра, – тип һөйләй турист Ғәлимә Сәйетова. – Киләсәккә аныҡ маҡсаттар билдәләнгән, шуға ярашлы илебеҙ етәкселеге эштәрҙе көйләгән дә инде.

Фото: ppt-online.org

#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:
Читайте нас: