+24 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
13 Апрель 2022, 15:10

Ҡиммәтле балыҡтарҙы һаҡлау өсөн

Махсус балыҡсылыҡ хужалығы зоналарын булдырыу планлаштырыла.  #национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Башҡортостанда ҡиммәтле һәм айырыуса ҡиммәтле төрҙәрҙе һаҡлау һәм тергеҙеү эшенә тотонмаҡсылар.

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының аграр мәсьәләләр, экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу комитеты хуплаған тейешле закон проекты апрель аҙағында республика парламентының пленар ултырышында ҡарала.

«Республика ҡануниәтенә махсус балыҡ хужалығы зонаһы төшөнсәһе индерелә. Закон проектының төп маҡсаты — һыу биоресурстарын, балыҡсылыҡты һаҡлап ҡалыу, тергеҙеү. Был статус билдәле бер эшмәкәрлек алып барыуға сикләүҙе күҙ уңында тота. Бындай биләмәлә файҙалы ҡаҙылмалар эҙләү һәм сығарыу, бысраҡ һыуҙар ағыҙыу, урман үҫентеләрен ҡырҡыу, сәнәғәт объекттарын төҙөү һәм башҡа экосистемаға зыян килтерерҙәй эшмәкәрлек төрҙәре даими йәки ваҡытлыса сикләнеүе мөмкин. Балыҡ хужалығы зоналарын билдәләү, уларҙың сиктәрен үҙгәртеү тәртибен Башҡортостан Хөкүмәте билдәләй», — тине Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев.  
 
Автор:Динара Сафиуллина
Читайте нас: