-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
13 Апрель 2022, 16:10

Урман янғындарын булдырмау өсөн

"Урмандарҙы һаҡлау” федераль проекты тормошҡа ашырыла. #национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#

Яҙ етеү менән янғын хәүефе арта. Метеохеҙмәттәр һәм Рослесхоз мәғлүмәттәре буйынса, был миҙгелдә аномаль эҫе һәм ҡоро һауа шарттары көтөлә. Ағымдағы айҙа – апрелдә  янғындар сығыу ҡурҡынысы ҙур. Башҡортостан Республикаһы Урман хужалығы министрлығы  дәүләт урман фонды биләмәләренә быйылғы йылда тәүге тапҡыр осоштар ойошторҙо. 1567 километр оҙонлоҡтағы маршруттар республикаһының көнсығыш һәм көньяҡ-көнсығыш өлөшөн үҙ эсенә алды.

– Таулы урындарҙа: Бөрйән, Йылайыр, өлөшләтә Белорет һәм Учалы райондарында ҡар ҡатламы өҫтөнлөк итә. Тигеҙлектә ҡар бөткән тиерлек, – тип хәбәр итте республиканың урман янғындарын иҫкәртеү һәм һүндереү үҙәгенең летчик-күҙәтеүсеһе Урал Риянов.

Башҡортостан Республикаһы Урман хужалығы министрлығы Башҡортостанда Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Экология” милли проекты сиктәрендә “Урмандарҙы һаҡлау” федераль проектының маҡсатлы күрһәткестәренән сығып урман фондында янғын сығыуҙарҙы булдырмау һәм тәбиғи янғындарҙан зыянды кәметеү буйынса эш алып бара.

Милли проекттың ошо уҡ программаһына ярашлы, министрлыҡ хеҙмәткәрҙәренең төп маҡсаты урмандарҙы янғындан һаҡлау ғына түгел, ә урманды тергеҙеү. Мәҫәлән, быйыл Башҡортостан Республикаһында 14,6 мең гектар майҙанда ағас ултыртыу күҙаллана. Шуларҙан 6,1 мең гектар майҙанда урман культуралары ултыртыла, 8,1 мең гектарҙа урман тәбиғи тулылана, ә 400 гектар ерҙә был эштәр ҡатнаш алып барыла.

– Башҡортостан урмансылары 25,7 мең гектар майҙанда урман культураларын агротехник хәстәрләү, 5,1 мең гектар ерҙә урман культураларын тулыландырыу менән шөғөлләнәсәк, – тине республиканың урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов.

 #ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Динара Сафиуллина
Читайте нас: