+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
14 Апрель 2022, 19:05

Аҫыл боландар мөгөҙҙәрен һалды

Тарбаҡ мөгөҙлө, башын ғорур юғары күтәреп ҡарап торған маралды, йә иһә аҫыл боланды күргән һәр кем уны үҙ хәтерендә бик яҡшы ҡалдырғандыр. Ялҡынлы ҡарашлы, тура муйынлы, ғорур кәүҙәле был аҫыл боландың тәбиғәттә үҙен мәғрүр тотоуы бигерәк тә һоҡландыра.

Бына инде нисәмә йыл Башҡорт дәүләт ҡурсаулығында көн иткән аҫыл боландар йылдағыса үҙ ваҡыттарында мөгөҙҙәрен һалды. Улар өсөн был тәбиғи процесс.
Ата боландар өсөн мөгөҙ бик мөһим роль уйнай, уларға ул башлыҡ, хужа дәрәжәһен өҫтәй. Әлегә мөгөҙҙәре менән хушлашһалар ҙа, аталаныу ваҡыты етеүгә ҡарай яңы мөгөҙҙәр барлыҡҡа киләсәк.
Ташланған мөгөҙҙәр Башҡорт дәүләт ҡурсаулығының тәбиғәт музейында һаҡланып бара. Ҡурсау-лыҡҡа килгән һәр кем мөгөҙҙәрҙең үҙгәргән динамикаһын күрә аласаҡ.
Фәйрүзә МАЛИКОВА,
Башҡорт дәүләт ҡурсаулығының матбуғат-секретары.

Автор:
Читайте нас: