+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
20 Апрель 2022, 16:03

Талҡаҫҡа яңы статус

Күл айырыуса һаҡланасаҡ, төрлө эшмәкәрлек алып барыу тыйыла.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Баймаҡ районында урынлашҡан Талҡаҫ күленә һаҡлана торған статус бирҙе.

Тейешле указ Башҡортостандың рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған.

Документҡа ярашлы, күл биләмәһендә файҙалы ҡаҙылмалар эҙләү һәм сығарыу, быраулау, шартлатыу һәм тау эштәрен башҡарыу, киптереү һәм гидромелиорация, электр тапшырыу линиялары һәм башҡа коммуникациялар һалыу, ҡалдыҡтар ташлау, шулай уҡ һунарҙың бөтә төрҙәре тыйыла.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Талҡаҫ күле 2021 йылдың 15 октябрендә тәбиғәт ҡомартҡыһы тип танылды.

 

Автор:Динара Сафиуллина
Читайте нас: