+14 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
21 Апрель 2022, 14:55

Эшсән бәхетте эштән табыр

Мохтаж булғандарҙы ярҙамынан өҙмәй ул. Асҡар район дауаханаһын канцеляр тауарҙары менән даими тәьмин итә, пандемия мәлендә кәрәкле әйберҙәр менән ярҙам иткән. Эшҡыуар хеҙмәтләндергән маршрутта ятҡан И. Һиҙиәтов исемендәге хосписҡа ла бағыусылыҡ итә.Изге Рамаҙан айында Илшат Хәсән улы мәрхәмәтлек йөҙөнән хосписҡа ун комплект түшәк кәрәк-яраҡтары һәм яҫтыҡтар бүләк иткән.

Эшсән бәхетте эштән табыр
Эшсән бәхетте эштән табыр

Пассажирҙар ташыу буйынса үҙ эшен асҡан Илшат Мөхәмәтдинов 12 йыл инде халыҡты хеҙмәтләндерә. Башта ул Асҡарҙың Көнсығыш биҫтәләре, Дауыт халҡын район үҙәгенә ташыуҙы ойошторҙо. Хәҙер уның автобустары Асҡар – Ташбулат, Асҡар – Магнитогорск (Михайловка аша) маршрутындағы халыҡты хеҙмәтләндерә. Әле Асҡар – Магнитогорск – Ташбулат маршрутын асыуға документтар әҙерләнә. Был ниәте лә бойомға ашһа, һуңғы йылдарҙа автобусһыҙ интеккән был төбәк халҡының ихтыяжы ҡәнәғәтләндереләсәк.
Бөгөнгө көндә ул һигеҙ кешегә эш урыны булдырған. 8 автобустың да техник тороштары яҡшы, уларҙың берәүһе Яңы йыл алдынан ғына һатып алынған. Таңғы сәғәт 6-нан Асҡарҙан сығып, киске 9-ҙа ҡаланан ҡуҙғалған автобустарҙың юл эсендә ятҡан ауылдарҙан тыш, Михайловка, Тупаҡ, Салауат ауылдарына ла инеп сығыуы кешеләр өсөн бик уңайлы. Был рейсты хеҙмәтләндергән автобустар һәр саҡ пассажирҙар менән тулы була.
Эшҡыуар автобустары өсөн Дауыт ауылында ике ҙур гараж төҙөлөшөн алып бара. Эшсән бәхетте эштән табыр, тигәндәй, бар күңелен һалып башҡарғанға Илшат Мөхәмәтдиновтың эштәре лә уң бара. Иғтибарлы, итәғәтле Илшат Хәсән улына һәм уның водителдәренә юл йөрөүселәр һәр саҡ рәхмәтле.
Илшат Мөхәмәтдинов район гәзиттәре менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итә, ул беҙҙең бағыусыбыҙ ҙа.
Мохтаж булғандарҙы ярҙамынан өҙмәй ул. Асҡар район дауаханаһын канцеляр тауарҙары менән даими тәьмин итә, пандемия мәлендә кәрәкле әйберҙәр менән ярҙам иткән. Эшҡыуар хеҙмәтләндергән маршрутта ятҡан И. Һиҙиәтов исемендәге хосписҡа ла бағыусылыҡ итә.
Изге Рамаҙан айында Илшат Хәсән улы мәрхәмәтлек йөҙөнән хосписҡа ун комплект түшәк кәрәк-яраҡтары һәм яҫтыҡтар бүләк иткән.
— Яҡын тирәләге берҙән-бер хосписҡа хәлдән килгәнсә ярҙам итергә кәрәк. Хосписҡа минең автобуста килеп төшөп ҡалған сирлеләрҙең үҙ аяҡтары менән өйҙәренә ҡайтыуҙарын күреү ҡыуаныс. Илдәге сыуалыштар, пандемия мәлендә берҙәм булайыҡ, ауыр тормош хәлендә ҡалғандарға ярҙам итеп, сауап алайыҡ, — тип мөрәжәғәт итә ул райондаштарға.
Халыҡ мәнфәғәтендә башҡарған изге эштәрең менән юғары ҡаҙаныштар яуларға насип булһын.
Зөлфиә ЗАҺИТОВА.

Автор:
Читайте нас: