+24 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
29 Апрель 2022, 10:05

Изгелектең сауабы ҙур

Биргән менән мал бөтмәҫ, ти башҡорт аҡылы. Биргән ҡул ярлыланмай — быныһы инде урыҫ әйтеме. Был турала төрлө телдәрҙә яңғыраһа ла, бер үк кинәйә һалынған тағы ла бик күп мәҡәлдәрҙе миҫалға килтерергә булалыр. Халыҡ әйтһә — хаҡ әйтә. Һәм уға йәшәйешебеҙҙә үрнәктәр етерлек. Күсем ауылында йәшәүсе Нәсимә һәм Ислам Ҡарағужиндар нәҡ шундайҙарҙан.

Изгелектең сауабы ҙур
Изгелектең сауабы ҙур

Хужабикә Нәсимә Әсләм ҡыҙы үткән йәй Күсемдә уҙған «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» байрамында уҡ иғтибарымды йәлеп иткәйне. Осрашыу коляскалар парады менән асылды һәм ауылдың киләсәге саҡырылған ҡунаҡтарға юл башланы. Бына ошо илаһи күренештең ойоштороусыларының береһе — бағыусыһы булды Ҡарағужиндар ғаиләһе. Иң матур итеп биҙәлгән бәпәй арбаһына улар конкурс иғлан итмәһә, бәлки, парад ул тиклем үк сағыу килеп тә сыҡмаҫ ине. Еңеүселәрҙе Нәсимә апай, вәғәҙә ителгәнсә, байрам сәхнәһендә бүләкләне. Бүләктәрҙең дә шәбен әҙерләгәйнеләр: беренсе урынға велосипед, ҡалғандарға сифатлы уйынсыҡтар, тәмлекәстәр. Парадҡа ихлас әҙерләнеп сыҡҡандар береһе лә иғтибарһыҙ ҡалманы – биш бәләкәсте һөйөндөрҙө изге күңелле ауылдаштары.
Советтар Союзы Геройы Таһир Кусимовтың тыуған көнөнә ҡарата йыл һайын февраль айында Күсем ауылында уҙған район саңғы ярышының да ойоштороусыларының береһе һәм даими бағыусылары булып Ҡарағужиндар тора. Быйыл Ислам Илфат улы үҙенең бүләктәрен саңғы ярыштарынан бер ҡасан да ситтә ҡалмаған Әбделмәмбәт, Ҡаҙмаш, Рауил, Аһылай мәктәптәренә тапшырҙы. Ә бүләктәр елле ине — берешәр пар комплект саңғы! Ҡайһы бер ата-әсәләр үҙ балаһына саңғы алып бирә алмағанды ул үҙ ауылы бала-сағаларының ғына түгел, хатта икенсе мәктәп уҡыусылары мәнфәғәтен дә хәстәрләй. Был спортты үҙ иткәндәр генә саңғыларҙың ни тиклем ҡиммәт тороуын белә. «Бөтә ерҙә лә балалар спортҡа берҙәй ылыҡһын. Уның менән дуҫ булғандар яман ғәҙәттәрҙән өҫтөн», — тигән фекерҙә үҙе лә ҡышты башынан аҙағынаса саңғыла уҙғарған уҙаман.
Ғаилә башлығының бер туған апайы йәшләй мәрхүмә була. Уның бәлиғ булмаған ике ҡыҙы ҡала. Кейәүгә сығыр мәлдәре етһә, һеңлеләремдең туйҙарын үҙем күтәрәм тип шунда әйткән әйтеүен дә лайыҡлы үтәгән ул. Ҡырмыҫҡалы районына тормошҡа сыҡҡан Альбинаны һоратырға ҡоҙа-ҡоҙағыйҙары Нәсимә һәм Ислам Ҡарағужиндарға килә. Вәғәҙә ителгәнсә, бынамын итеп «Алтын ҡурай» кафеһында туйын да гөрләтеп үткәрәләр. Бөгөн дә ҡыҙҙар атай-әсәй янына ҡайтҡан кеүек уларға ҡайтып йөрөй, ҙур йорттоң икенсе ҡатында уларҙың үҙ бүлмәһе лә бар.
Әгәр ир менән ҡатын икеһе лә бер һүҙҙән булмаһа, ғаилә ҡаҙнаһынан башҡалар мәнфәғәте өсөн бүленгән саралар өсөн күптән ыҙғышып, һүҙгә килешеп бөткән булырҙар ине. Ҡарағужиндар ҡылған изгелекте һанап бөткөһөҙ: балалар һабантуйына бүләктәр менән ярҙам итһендәрме, янғын арҡаһында бер нимәһеҙ тороп ҡалған ауылдаштарына һәп-һәйбәт тороштағы дивандарын алып барып бирһендәрме... Ғаилә мәсеткә лә даими ярҙам күрһәтә. Ә инде ураҙа ғәйете етһә, әйселәргә сыҡҡан бөтә бала-саға уларға барып етмәйенсә ҡайтмай, Нәсимә Әсләм ҡыҙы махсус рәүештә һуттар, төрлө тәмлекәстәр әҙерләп ҡуя. Ҡыш буйына ауылдың саңғыға баҫҡан йәше-олоһо уларҙың кәртә артындағы трассала шөғөлләнә. Тәүге ҡар ятыу менән Ислам Илфат улы ҡаргиҙәр менән саңғы юлы һала. Бының өсөн махсус рәүештә «Буран» да һатып алған. Ул ғына түгел, баҡса осонда база итеп ҡулайлаштырған вагонсыҡта һәр кем үҙенә яраған саңғыларҙы һайлап алып йөрөп килә ала. Һәм барыһы ла бушлай, тик йыбанма, саңғыға баҫ ҡына. Спорт менән «йәшәгән» ғаиләнең йылдар дауамында тупланған саңғы экипировкаһы күптәргә етәрлек. Етмәһә ҡышҡы сасҡауҙарҙа ла саңғынан айырылмаған балаларҙы хужабикә ҡайнар сәй менән йылындырып та ебәрә.
— Ауылыбыҙҙа мәктәп башланғыс ҡына булғас, ҡустым Риф менән Белорет интернатында уҡыныҡ. Шул ваҡытта икебеҙ ҙә саңғыға баҫтыҡ һәм әлегесә спорттан айырылғаныбыҙ юҡ, — ти ғаилә башлығы. Ағалы-ҡустылы Ҡарағужиндар был күркәм ғәҙәткә ғаиләләрен дә ылыҡтырған.
Нәсимә апайҙың ҡыҙҙары менән ныҡлап саңғыға баҫыуҙарына 10 йыл. Был уларҙың ауылға күсеп ҡайтыуҙарына бәйле. Магнитогорскиҙа эшләп йөрөгәндәрендә танышып ғаилә ҡорған Үтәгән һылыуы менән Күсем егете 20 йыл ҡалала йәшәй. Ләкин икеһе лә ҡасан да ауылға ҡайтып төпләнеү тураһында хыялланалар һәм яйлап, уйлап, урын-еренә еткереп йорт һалалар, үҙҙәренең артабанғы мәшғүллектәре хаҡында ла хәстәрлек күрәләр. «Магнитстрой»ҙа КамАЗ водителе булған Ислам Илфат улы шәхси эшен аса, фура һатып алып алыҫ рейстарҙан йөк ташый, ә тимер һауыт-һабалар етештереү заводында эшләгән Нәсимә Әсләм ҡыҙы үҙен тулыһынса өй эштәренә, балалар тәрбиәләүгә бағышлай. 10-11-се класты Күсем урта мәктәбендә уҡыған Луизалары мәктәпте миҙалға бөтә. Әлеге көндә нефть-техник университетын тамамлап, магистратурала уҡып йөрөй. Күсемгә ҡайтҡан йылы уҡырға төшкән Лианалары иһә быйыл 10-сы класта. Атайҙары аҡса тапһа, әсәйҙәре ҡыҙҙарының үҫешенә бөтә көсөн һала. Ике йыл дауамында Лиананы ҡалаға моделдәр агентлығына алып йөрөгән, бында яратып шөғөлләнгән ҡыҙ Мәскәүҙә уңышлы сығыш яһаған. Хәҙер юғары кластарға еткәс, иғтибарҙы күберәк уҡыуға йүнәлтәләр. Ваҡытында өлкән ҡыҙын репетиторҙарға йөрөткән әсә стоматолог булырға теләгән кинйәкәйен дә химия, инглиз теле буйынса өҫтәмә дәрестәргә яҙҙырған. Атайҙары иһә ғаиләһен сәләмәт йәшәү рәүешенә әйҙәй. «8 мартмы, тыуған көнмө, башҡа байрамдармы беҙҙең атайҙың бүләге бер — саңғы», — тип йылмая ҡатыны. Һәм шулай дөрөҫтөр ҙә, саңғы менән етди шөғөлләнгән кешенең һәр стилгә, төрлө һауа шарттарына ярашлы бер нисә пар саңғыһы булырға тейеш, өҫтәүенә бала-ларҙың аяҡтары ла тиҙ үҫә. Ҡыҙҙарының бәләкәсәйгән ботинкаларын, саңғыларын, махсус костюмдарын башҡа балаларға кейеп йөрөргә бирәләр ҙә инде.
Шөғөлләнгәс, һөҙөмтәне лә күрге килә. Ислам һәм Риф Ҡарағужиндар ғаиләләре районда үткән бер ярышты ла ҡалдырмай, үҙҙәре артынан Күсемдең өмөтлө саңғысыларын да эйәртәләр. «Саңғысылар» тигән чаттары ла бар хатта. Бәләкәй генә Күсем ауылында бына тигән чемпиондар үҫеп килә — Лиана Ҡарағужина, Алина һәм Илина Ишбулдиналар, Айҙар Мөхәмәтйәнов, Эльза Бәҙретдинова. Уҙған ҡышта бөтәһе 10 ярышта ҡатнашҡандар, Магнитогорск, Белорет, Баймаҡ һәм Өфөгә лә барғандар. Хужабикә ауырыңҡырап торғанға быйыл стартҡа баҫмаған, әммә көйәрмән һәм водитель булып йөрөй. Әллә нисәшәр төр саңғы һалып алғанға күрә ике машинаһыҙ ҙа булмай икән. Район кимәлендәге ярыштарҙа Лиананың күп тапҡырҙар еңеүселәр пьедесталында күрергә яҙҙы, атаһы Ислам ағай ҙа 50 йәште уҙғандар категорияһында мах бирмәй. Миҙал-грамоталары һанһыҙ, уҙған миҙгелдә Лиана Әбйәлил командаһы составында Магнитогорскиҙа эстафетала еңеүсе булып, тәүге кубогын яулаған.
Саңғы табанын майлау, тәрбиәләү үҙе бер сәнғәт инде Ислам Илфат улы өсөн. «Мин битемә һөртөргә ул тиклем ҡиммәт хаҡҡа кремдар алмайым», — тип көлә Нәсимә апай. Уның ҡарауы яҡшы майланған саңғылар һәйбәт шыуа. Сыйылған-һыҙырылған урындарын махсус ремкомплекттар менән шып-шыма итеп яңырта. Үҙҙәренең трассаһында селеккә үҫергә бирмәй йәй буйы сабып торһа ла, башҡа урындарға ярышта йөрөгәндә сыйыла икән. Ярыш мәлендә саңғылары менән бүлешергә лә йәлләмәй йомарт күңелле уҙаман. Быйыл Ҡаҙмашта Әсғәт Ҡаһарманов призына ярыш мәктәп уҡыусыларының төбәк-республика спартакиадаһы менән бер көнгә тура килә. Эстафета уҙышында Әбйәлил намыҫын яҡлап ҡатнашыусы егеттәрҙең 1-се урын яулауында Ислам ағайҙың һәйбәт итеп майланған саңғыларының да ғилләһе бар. «Шәхси беренселеккә уҙышта бер малайға саңғыларымды кейҙерҙем дә, беренсе килһәң улар һинеке, тип ҡалдым. Һәр ваҡыт ярыштарҙа бергә йөрөп, бер-береһен яҡшы белгән егеттәр үҙ-ара килешеп хәйләләшә лә ала ине. Әммә спортта мәкергә урын булмауы ҡыуандыра. Теге егет икенсе килде, ләкин хәләл көс менән яуланған урын барыһынан да ҡиммәтерәк», — ти ул.
Йәл, саңғы осоро бер миҙгел генә, тип үкенес тә белдерә спорт һөйөүсе ғаилә. Спорт формаһын юғалтмаҫ өсөн йәйгеһен саңғы-роллерҙарҙа, велосипедта йөрөйҙәр, йөҙөү менән шөғөлләнәләр. Өйҙә тотош тренажерҙарҙан торған бер бүлмәләре бар. Ислам ағай күршеһе Илнур Ишбулдин менән быйыл балаларҙы Ҡараташҡа походҡа алып барырға ла ниәтләй. Һәм былар барыһы ла ғаилә башлығының эштән бушаған ял ваҡыттарына планлаштырыла. Уйлап ҡараһаң, уның да тормош-көнкүреш, эш мәшәҡәттәре башынан ашҡан. Әммә күңел һалған шөғөлө булыуы бөтә арыуҙарын һыпырып ташлай. Әйткәндәй, ғаилә менән матур итеп ял да итә беләләр. Ике тапҡыр Мысырҙа, Төркиәлә булып ҡайтҡандар. Иҫ киткес етеш, сынъяһау донъя көтәләр. Йорт-ихаталарының төҙөк, һәр яҡтан уңайлы булыуы булдыҡлы хужанан, ә таҙалығы, гөл-сәскәләргә күмелеүе, тәмле аш-һыу еҫтәре менән аңҡып тороуы егәрле хужабикәнән. Минең һүҙҙәремде былтыр Зауыҡлы биләмәләр йылы йомғаҡтары буйынса уларҙың район кимәлендә «Өлгөлө йорт» номинацияһында өсөнсө урынға лайыҡ булыуҙары ла дәлилләй.

Автор:Гөлнара Күсәрбаева
Читайте нас: