+18 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
15 Май 2022, 12:00

«Парлы йәшәү — фани донъя рәхәте»

Амангилде ауылында йәшәгән Сания һәм Сәғит Мортазиндар тормош һуҡмағынан ҡулға-ҡул тотоношоп илле йылдан ашыу бергә ғүмер кисерә.

«Парлы йәшәү — фани донъя рәхәте»
«Парлы йәшәү — фани донъя рәхәте»

Амангилде ауылында йәшәгән Сания һәм Сәғит Мортазиндар тормош һуҡмағынан ҡулға-ҡул тотоношоп илле йылдан ашыу бергә ғүмер кисерә. Ирле-ҡатынлы Мортазиндар бар ғүмерҙәрен балаларға белем биреүгә арнаған абруйлы уҡытыусылар, улдарына терәк-таяныс булған, уларҙың ғаиләһенең шатлыҡ-ҡыуаныстарын, хәстәрен уртаҡлашҡан хәстәрлекле атай менән әсәй, ауылдаштарына һәр яҡлап өлгө алырлыҡ пар.

Сания Яхъя ҡыҙы Рысҡужа ауылында тыуып үҫә, ауылда башланғыс, Амангилдегә йөрөп һигеҙенсе класты тамамлай. Артабан бала саҡ хыялын тормошҡа ашырыу маҡсатында ошо йылда асылып, тәү башлап уҡыусылар ҡабул иткән Сибай педагогия училищеһы студенты булып китә. Шулай итеп, алты йәшенән мәктәпкә барған Сания апай 14 йәшендә студент булып, үҙаллы тормош юлына баҫа тиһәк тә була. Училищела дүрт йыл уҡыу осоронда бейеү, хор, спорт түңәрәктәренә әүҙем йөрөй, баянда уйнарға өйрәнә.
— Баянист булмаһам да, уҡыусыларымды бейетергә, йырлатырға эшкиндем, — ти Сания Яхъя ҡыҙы. Ул ғына ла түгел, Сания Мортазина бөгөн шағирә, үҙешмәкәр композитор булараҡ та билдәле, ул 150-нән артыҡ көйҙәр ижад итеп, «Аҡ тирмә», «Рәхмәт һиңә, яҙмышым» йырҙар йыйынтығы, уҡыусылар өсөн йырҙар тупланмаһы дискыһы ла сығарған кеше, яҡташы Әсхәл Әхмәт-Хужаның ике тиҫтәгә яҡын шиғырын көйгә һалған ул.
Йәш белгес хеҙмәт юлын 1967 йылда Үтәгән мәктәбендә башланғыс кластар уҡытыусыһы булып башлай. Бер йылдан һуң Амангилде урта мәктәбенә эшкә күсерәләр һәм 42 йыл дауамында, хаҡлы ялға киткәнсе, ошо ауыл балаларын уҡырға-яҙырға өйрәтә.
Нәҡ ошо йылда Сәғит Мортазин да үҙе тамамлаған мәктәптә уҡытыусы булып эш башлай. Сәғит Хәбибулла улы уҡытыусылыҡ эшенә ҡатмарлы юлдар аша килә. Бала саҡтан летчик булырға хыялланған Сәғит ағай мәктәптә физика, математика фәндәренән тырышып уҡый, спорт менән ныҡлап шөғөлләнә. Һәм 8 йыллыҡ мәктәпте тамамлау менән уҡыуын Асҡарҙа дауам итә. Тик атаһының ауырып китеүе, әсәһенең күбәләрҙе кәбәнгә һалыуҙа, картуфты ҡаҙып алыуҙа һәм башҡа донъяуи эштәрҙе башҡарыуҙа тик улына ҡарап тороуы летчик булыу хыялын селпәрәмә килтерә. Уҡыуын ташлап, ауылына ҡайта һәм колхозға эшкә сыға.
— Бәләкәйҙән эшләп үҫкәс, ҡыйынлығы булманы. Бишенсе класты тамамлағас, велосипед һорағас, атайым ауылдың көтөүен алһаҡ, «атлы» булырһың тигәс, йәй буйына көтөү көттөм. Икенсе йылына инде мине звеноға яҙып ҡуйҙылар, артабан тиҫтерҙәрем менән бесән әҙерләүҙә, башҡа эштәрҙә даими ҡатнаштыҡ. Уҡыуҙы ташлап, ауылға ҡайтҡас, төрлө эштәрҙә йөрөнөм, яҙға ҡарай МТМ-ла тырма, сәскестәрҙе ремонтлауға сыҡтым. Унан сәсеү башланды, бесән мәле етте. Бесән мәшәҡәте менән август бөтөп барғанда, ун йыллыҡ итеп үҙгәртелгән мәктәптең 9-сы класына уҡырға саҡырҙылар. Ике йыл уҡыу осоронда мәктәптә комсомол ойошмаһын етәкләнем, — тип һөйләй Сәғит ағай.
Унынсыны бөтөү менән башта ил алдындағы изге бурысын үтәргә, унан инде һөнәр алырға ҡарар итә. Тик был юлы ла ул теләгәнсе килеп сыҡмай: медицина тикшереүе үтеп, повестка алып, военко-матҡа бара һәм унан: «Быйылға ебәрә алмайбыҙ. Ата-әсәйеңде ҡара», — тип кире боралар.
— Атайым оло ине, әсәйем унан 18 йәшкә бәләкәй. Был саҡта һикһән йәшкә еткән атайға ярҙамсы кәрәк ине, — тип дауам итә һүҙен Сәғит ағай.
Ҡайтыу менән фермаға слесарь булып эшкә бара. Артабан һөнәр алыу маҡсатында Магнитогорск пединститутына уҡырға китергә йыйынғанда, Сәғит ағайҙы мәктәпкә уҡытыусы итеп эшкә саҡыралар. Ошо осорҙан алып 40 йыл ғүмерен мәғариф өлкәһенә бағышлап, шуның 21 йылын директор йөгөн тартып, хаҡлы ялға киткәнсе эшләй ул туған мәктәбендә.
Был йылдарҙа мәктәптә белем биреү эше менән бер рәттән, йәмәғәт тормошо ҡайнап тора. Уҡытыусылар хужалыҡҡа ярҙамға өмәләргә йөрөй, агитатор-пропагандист та була, ауыл халҡы алдында спек-таклдәр, концерттар менән даими сығыш яһай. Дәртле, йыр-моңға ғашиҡ Сания Яхъя ҡыҙы менән Сәғит Хәбибулла улына йыш ҡына концерт-спектаклдәрҙә төп ролдәрҙе башҡарыуҙы ышанып тапшыралар. Йәштәр ике йылдан ашыу дуҫлашып йөрөгәндәр һуң, гөрләтеп туй үткәреп, бер ғаилә булып йәшәп китәләр.
— Икебеҙ ҙә ситтән тороп институтта уҡыйбыҙ, эшләйбеҙ, йәмәғәт эштәренең уртаһында ҡайнайбыҙ, балалар үҫтерәбеҙ, өй төҙөйбөҙ, — тип хәтерләй ул йылдарҙы Мортазиндар. — Ғаиләлә ир эше, ҡатын-ҡыҙ хәстәре тип айырып торманыҡ, бөтә эште бергәләп атҡарҙыҡ.
Татыу ғаиләнең бәхеттәрен бөтәйтеп, шатлыҡ-һөйөнөстәрен арттырып, бер-бер артлы биш улдары донъяға килә. Улдары Сәлимдән һуң, игеҙәктәр Хәлим менән Ғәлим яҡты донъяға ауаз һала. Уларҙан һуң тыуған улдарына Илнур, Йәлил исемдәрен биргәндәр.
— Йәш саҡта гел малайҙар үҫтергән ғаиләләргә ҡыҙығып, һоҡланып ҡарай торғайным. Күп булһалар, бер-береһенә ярҙам итеп йәшәрҙәр, бөтәһе лә ир бала булһа, атаһына оҡшарҙар, тип хыялландым, — ти Сания апай. — Теләгем тормошҡа ашты, Хоҙай һау-сәләмәт ғүмерҙәрен, аҡыл-тәүфиҡтарын бирһен инде.
Улдарына ике ай тулыр-тулмаҫтан эшкә сыға Сания Яхъя ҡыҙы. Ул саҡта йорттары мәктәптән бер саҡрым алыҫлыҡта булһа ла, малайҙарҙы оҙон тәнәфестә ҡайтып имеҙеп китер була.
— Икебеҙ ҙә ғаиләлә кинйә балалар булғас, атай-әсәйҙәребеҙ беҙҙең менән йәшәне, уларҙың һәм Камила апайҙың балаларҙы үҫтерешеүҙә ярҙамдары ҙур булды, ­— ти Сания апай. — Ҡәҙерлеләребеҙҙе һәр ҡайһыһын һуңғы юлға оҙатыу бурысын да үтәнек.
— Әлбиттә, ата-әсәне ҡарау — баланың бурысы. Шулай ҙа Санияның бала саҡтан ғәрип булған, беренсе төркөм инвалиды Камила апайымды үҙе етмешкә етһә лә ауырһынмай, сырай һытмай ашатып-эсереүе, ололап тәрбиәләүен батырлыҡҡа тиңләйем, — тип бөгөн булһа рәхмәттәрен еткерә ҡатынына Сәғит ағай.
Төп эштәре — уҡыусыларға белем биреү өлкәһендә тырышып, намыҫлы эшләүҙәре лә һөҙөмтәһен бирмәй ҡалмай.
Мортазиндар уҡытыусылыҡ иткән мәл тотош ил буйынса уҡытыу-тәрбиә эшендә күтәрелеш осоро була, белем биреү системаһындағы яңылыҡтарҙы үҙләштереү маҡсатында алдынғы тәжрибәләр өйрәнелә. Сания Яхъя ҡыҙы ла дәрестәрендә уҡытыуҙың яңы алымдарын ҡулланып, юғары күрһәткестәргә өлгәшә. Район күләмендә асыҡ дәрестәр күрһәтеп, «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналы аша тотош республикаға дәрес өлгөләре тарата, район ғына түгел, тотош төбәк педагогтары семинарҙарында үҙ тәжрибәһе менән уртаҡлашып сығыштар яһай. Т. Х. Аслаевтың «Башланғыс кластар өсөн иншалар йыйынтығы» китабына авторҙаш та була С. Я. Мортазина.
— Райондың Амангилде Асҡар, Байым мәктәптәрен РСФСР Мәғариф министрлығы ҡарары менән фәнни-тикшеренеү институтының терәк мәктәбе итеп билдәләнеләр. Ошо сәбәпле һәр уҡыу йылында мәктәпкә уҡытыусы-ғалимдар килеп эшләп ҡайттылар. Ауылда ҡунаҡхана булмағас, ғалимдарҙы бүлешеп, уҡытыусылар үҙҙәрендә йәшәтте. Улар шулай уҡ ғалимдарға эксперименталь эштәр башҡарыуҙа ярҙам күрһәтте. Бер һүҙ менән әйткәндә, уҡытыусылар коллективының, техник хеҙмәткәрҙәрҙең берҙәм эшләүе мәктәпте алдынғылар рәтендә тотоуға ярҙам итте, — тигән фекерҙә элекке директор. — Мәктәп төрлө йылдарҙа «Балаларҙың ялын һәм хеҙмәтен ойоштороу буйынса алдынғы мәктәп», «Иң мул уңыш алған мәктәп», «Спорт һөйөүсе мәктәп», «Грамоталы мәктәп», «Матур мәктәп» һәм башҡа төрлө номинацияларға лайыҡ булды. Мәктәп тарихында медалистар әҙерләүгә өлгәштек. Был уңыштар алдынғы уҡытыусыларыбыҙҙы юғары исемле, юғары наградалы итте.
Алдынғы ҡарашлы етәксенең үҙенә 1987 йылда район директорҙар корпусынан Башҡортостан уҡытыусыларының VIII съезында ҡатнашыу бәхете тейә. 1990 йылда Сәғит Хәбибулла улының фиҙаҡәр хеҙмәте «СССР-ҙың халыҡ мәғарифы алдынғыһы» исеме менән билдәләнә.
Сания Яхъя ҡыҙының белем биреү өлкәһендәге намыҫлы хеҙмәте Почет Билдәһе ордены менән баһаланған. Ирле-ҡатынлы Мортазиндар заманында «Социалистик ярыш еңеүсеһе» билдәһен алғандар, улар «РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы алдынғыһы» исеменә лайыҡ, «Хеҙмәт ветераны» миҙалы менән наградланғандар, тәжрибәле уҡытыусыларҙың исемдәре «Әбйәлил районы энциклопедияһы»нда лайыҡлы урын алған. Сания апай «Әбйәлил районының данлы ҡыҙҙары» йыйынтығына индерелгән. Сания Яхъя ҡыҙы И. Мырҙаҡаев-Балапанов исемендәге район премияһы лауреаты.
Хаҡлы ялға сыҡҡас та йәмәғәт тормошонда әүҙемлектәрен юғалтмай хөрмәтле уҡытыусылар. Сәғит Хәбибулла улы оҙаҡ йылдар биләмәнең ветерандар ойошмаһына етәкселек итә. Оло йәштәгеләр араһында йыл да ойошторолоп килгән «Мин яратам һине, тормош!» республика конкурстарында ҡатнашып, Әбйәлилдең республикала алдынғы урын-дарҙы биләүенә үҙ өлөштәрен индерәләр.
Сания апай менән Сәғит ағай икәүһе лә дин юлында, намаҙ уҡып, ураҙа тотоп, барса дини ғәмәлдәрҙе теүәл үтәргә тырышып ғүмер кисерәләр.
Бөгөн Мортазиндарҙың биш улы ла үҙ ғаиләһен ҡорған, һәр ҡайһыһы тормошта үҙ урынын тапҡан, балалар үҫтерә. Иң өлкәндәре Сәлим Өфөлә төпләнгән, оҙаҡ йылдар хоҡуҡ һаҡлау органдарында эшләп, бөгөн хаҡлы ялда. Ғәлим менән кинйәләре Йәлил тыуған ауылдарында нигеҙ ҡорған. Хәлим Иглинда йәшәй. Илнур ҙа Өфөлә. Улдары ата-әсәгә 14 ейән-ейәнсәр бүләк иткән.
«Хәҙер биш киленебеҙ бар. Килендәребеҙҙән дә уңдыҡ. Һәр ҡайһыһы тәрбиәле ғаиләнән, улдарыбыҙҙы, беҙҙе хөрмәт итәләр, ҡулдарынан килгәнсе ярҙам итеп торалар. балаларына матур өлгө булып ғүмер кисерәләр. Һәр береһенең һөнәре бар, аш-һыу оҫталары үҙҙәре, егәрлеләр ҙә. Беҙ ҙә улар өсөн өҙөлөп торабыҙ», — тип маҡтай ҡайны менән ҡәйнә килендәрен. Әлбиттә, килендәр ҙә үҙҙәренә бына тигән тормош иптәштәре тәрбиәләп биргән ҡайны-ҡәйнәһенә рәхмәтле.
— Балаларым тип өҙөлөп торған, һәр яҡтан үрнәк булған ҡәйнә-ҡайным булыу менән бәхетлебеҙ, — ти өлкән килендәре Зилә Шәһитулла ҡыҙы. — Мин ғаиләгә килен булып төшкәндә ҡайнымдың бер туған апайы Камила инәй, бала-сағаһы булмаған ҡайнымдың беренсе уҡытыусыһы Өммөкамал инәй уларҙа ине. Һуңғы көндәренәсә уларҙы тәрбиәләп йәшәнеләр, һуңғы юлға хөрмәтләп оҙаттылар, хәҙер уларға бағышлап аяттар уҡытып торалар.
Әлбиттә, һәр яҡтан килгән, тормош юлын матур үткән, өлгөлө ғүмер кисергән кешеләрҙең бай тормош тәжрибәһе лә, алтын аҡылы ла, бирер кәңәше лә була. Сания һәм Сәғит Мортазиндар йәшәү дәүерендә үҙҙәрендә туплаған бөтә аҡыл-нәсихәтте балаларына, ейән-ейәнсәрҙәренә аманат итеп ҡалдырыу маҡсатында «Ғүмер йомғаҡтарын һүткәндә» исемле китап баҫтырып сығарған.
«Ҡәҙерле балаларыбыҙ, туғандарыбыҙ! Был китап һеҙҙең өсөн. Атай-әсәйҙәребеҙ, туғандарыбыҙ, ғаиләбеҙ тураһында төрлө хәл-ваҡиғаларҙан торған хәтирәләребеҙ. Уларҙан, бәлки, үҙегеҙ өсөн фәһем, һабаҡ алырһығыҙ, бәлки, тарихи мәғлүмәттәр кәрәк булыр һеҙгә» тигән баш һүҙ ҙә яҙылған унда.
Китапта Сәғит Хәбибулла улы үҙенең ата-әсәһе, уларҙың һөйләгәндәрен, үҙе иҫләгәндәрен бәйән итә. Сания апай ҙа ҡәҙерле кешеләре тураһында яҡты иҫтәлектәре менән уртаҡлаша. Шулай уҡ яҡындары тураһында район, республика матбуғатында баҫылған мәҡәләләр, ижад емештәре, шиғырҙары, көйгә һалынған йырҙары урын алған. Һәм, әлбиттә, ейән-ейәнсәрҙәренең һәр ҡайһыһына бағышлап яҙылған шиғыр юлдары менән йәнәш уларҙың фотолары ла биҙәй китапты.
Баҫмала шулай уҡ ирле-ҡатынлы Мортазиндарҙың ике яҡлап шәжәрәһе лә бирелгән. «Улым, һиңә әйтәм, киленем һин тыңла» тигән бүлектәге әйтем, мәҡәлдәр, аҡыллы һүҙҙәр йыйылмаһы донъя көткәндә һәр кемгә төплө кәңәш булырлыҡ.
«Туғандар, дуҫтарығыҙ менән аралашып йәшәгеҙ, балалар. Бергәләп күтәрһәң, уңышһыҙлыҡтар ҙа еңелерәк үтә, шатлыҡтар күберәк була. Бер ҡасан да өмөтһөҙлөккә бирелмәгеҙ, кешене өмөт йәшәтә, тормошта аҡ менән ҡара һәр саҡ йәнәш килә. Ғаиләгеҙҙә һәр саҡ әсәй һөйөүе, әсәй наҙы, атай төҫө, атай хисе булыуын теләйбеҙ. Бәхеттәрегеҙгә бәхет үрелеп торһон. Ә беҙ тормош юлдарынан һәлмәк баҫып барыу йәшенә лә еттек, Аллаға шөкөр. Ҡәҙер-хөрмәттә, бәндәгә бәндә булмай парлашып ҡына бараһы ла бараһы ине... Хоҙайыбыҙ ни ҡушыр?!...» — тигән юлдар менән тамамлана атай менән әсәй һүҙҙәре. Ауылдаштарығыҙҙың иғтибар-ихтирамын тойоп, яҡындарығыҙҙың ҡәҙер-хөрмәтендә тағы ла оҙаҡ йылдар, үҙегеҙ әйткәнсә, парлы йәшәп — фани донъя рәхәтен кисерергә насип булһын, хөрмәтле ветерандар!

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас: