+6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
15 Май 2022, 14:40

Рәхимовтар — ауылдың йөҙөк ҡашы

Афған һуғышы ветераны Ғәйәр Ғәлләм улы Рәхимов Яңы Балапан ауылында күп балалы ғаиләлә бишенсе бала булып донъяға килә. Ауылдағы мәктәптең һигеҙенсе класын тамамлағас, Байым мәктәбендә урта белем ала.

Рәхимовтар — ауылдың йөҙөк ҡашы
Рәхимовтар — ауылдың йөҙөк ҡашы

Афған һуғышы ветераны Ғәйәр Ғәлләм улы Рәхимов Яңы Балапан ауылында күп балалы ғаиләлә бишенсе бала булып донъяға килә. Ауылдағы мәктәптең һигеҙенсе класын тамамлағас, Байым мәктәбендә урта белем ала. Артабан Сибай педагогия училищеһына уҡырға инә, әммә 1981 йылдың апрель айында армия сафына алына.
— Ашхабад ҡалаһында учебкала булғандан һуң, Афғанстанға оҙаттылар. Кундуз ҡалаһында Имам сахиб ҡышлағы эргәһендә урынлашҡан часта хәрби машинаның (БМД) механик водителе булып хеҙмәт иттем, — тип башланы һүҙен Ғ. Рәхимов.
Яуҙарҙың береһендә яраланып, госпиталдә дауаланғандан һуң, хеҙмәтен дауам итә. Сираттағы хәрби операцияға барғанда машинаһының тормозы тотмаҫ була.
— Йәшен тиҙлегендә тауҙан эйеп төшөп киттем, машина үҙенән-үҙе упҡынға һөйрәй, үлемем ошонда көтә икән тип уйлап өлгөрҙөм, нисек яр ситенә барып ултырғанды аңғармай ҙа ҡалдым, машинам янтайып упҡын ситендә тора ине, — тип һөйләй Ғәйәр Ғәлләм улы ул йылдарҙы иҫенә төшөрөп. — Колоннаны оҙатҡан БТР килеп, машинамды тартып сығарҙылар ҙа: «Әйҙә үҙеңдекеләрҙе ҡыуып ет» тип, китеп тә барҙылар. Бер үҙем ҡалғас, баштан төрлө уйҙар үтте, шулай ҙа үҙемде ҡулға алып, колоннаны тиҙ арала ҡыуып еттем. Ҡабул менән Гардез араһындағы тарлауыҡты сығыу ҡурҡыныс була торғайны, бейек тауҙар, икһеҙ-сикһеҙ сүллек, тирә яҡта ҡомдан башҡа бер нәмә лә юҡ кеүек. Үлем, хәүеф-хәтәр аҙым һайын һағаланы беҙҙең һалдаттарҙы.
1983 йылдың йәмле июль айында, еләк бешкән мәлдә хеҙмәтен тултырып, Афғандың утлы юлдарын имен-аман үтеп ҡайтып төшә ауылына. Афғанстанда көн-төн атышты, ҡан ҡойошто күреү уның рухын һындырманы, киреһенсә, йәшәргә дәрт бирҙе. Ғәйәр бер ваҡытта ла Афғанда хеҙмәт иттем тип маҡтанып йөрөмәне, һуғыш тураһында ла һөйләргә яратмай. Шулай ҙа Ризуан Хәкимов башҡарыуындағы «Кандагар» йырын яратып тыңлай һәм уны үҙе лә йыш йырлай.
Әрменән ҡайтҡас, Өфөлә һөнәрселек училищеһын тамамлай. Унан һуң колхозға ҡайтып һөнәре буйынса эш башлай.
Бер аҙҙан иҫ киткес моңло тауышлы, матур итеп баянда, гармунда уйнаған Ғәйәрҙе Байым мәҙәниәт йортоноң ул саҡтағы директоры Римма Таһирова клубҡа методист, баянсы итеп эшкә саҡыра. Йыр-моңға маһир, оҫта баянсы ауылда, колхозда һәм районда үткәрелгән мәҙәни сараларҙа әүҙем ҡатнаша.
1990 йылдарҙа колхозда, мәктәптә, клубта, Магнит ҡалаһы ойошмаларында электрик булды, бөгөн иһә Ғәйәр Ғәлләм улы Абҙаҡта һөнәре буйынса эшләп йөрөй.
1986 йылда Әлмөхәмәт һылыуы Дилә Мөҙәрис ҡыҙына өйләнә. Сиҙәм урта мәктәбен тамамлаған Дилә Йоматау ауыл хужалығы техникумында уҡып бухгалтер һөнәрен алып, юллама буйынса Байым сауҙа предприятиеһына эшкә килә. Алсаҡ, моңло тауышлы Диләгә тәү күреүҙән ғашиҡ була Яңы Балапан егете.
Йәштәр өйләнешеп, ауылда донъя көтә башлайҙар. Дилә башта һатыусы, унан мәктәптә йыйыштырыусы булды, артабан Абҙаҡ ял йортонда 13 йыл эшләп, хаҡлы ялға сыҡты.
Ирле-ҡатынлы Рәхимовтар 36 йыл татыу ғүмер итәләр, дүрт бала үҫтереп, оло тормош юлына сығарҙылар. Магнитогорскиҙа йәшәгән өлкән ҡыҙҙары Зилә — шәфҡәт туташы, тормош иптәше менән өс ул, бер ҡыҙ тәрбиәләй. Вахта ысулы менән Себер тарафтарына йөрөп эшләгән Рөстәм ҡатыны менән ике ул үҫтерә, Гөлсиәләре ғаиләһе менән Ҡырмыҫҡалыла йәшәй. Рәсимә — Башҡорт дәүләт университетының икенсе курс студенты.
Рәхимовтар икеһе лә уңғанлыҡтары, тырышлыҡтары менән иптәштәре, ауылдаштары араһында абруй ҡаҙанғандар, ихласлыҡтары, йомартлыҡтары менән туғандарын һәм яҡындарының ихтирамын яулағандар. Бөгөн улар 7 ейән-ейәнсәргә яратҡан олатай-өләсәй.
Ауылдың йәмәғәт тормошонда ла әүҙемлектәре менән айырылып тора Рәхимовтар ғаиләһе. Сәсәниә Дилә Мөҙәрис ҡыҙы «Саңдыүҙәк» фольклор төркөмөнөң әүҙем ағзаһы, Ғәйәр Ғәлләм улы утыҙ йыл инде ансамблдең сығыштарын музыкаль яҡтан биҙәүсе.
«Саңдыүҙәк» фольклор ансамбле йыл да бай йөкмәткеле концерт әҙерләп, яҡын тирәләге ауылдарға йөрөп сығыш яһай. Клубта баянсы, художество етәксеһе штаты юҡ, шулай ҙа Ғәйәр Ғәлләм улы булғанда сығыштарыбыҙ һәр саҡ юғары кимәлдә үтә, ул беҙҙе йырлата ла, бейетә лә, үҙе лә йырлай.
Ауылыбыҙҙы Рәхимовтар кеүек уңған, тырыш, әүҙем ғаиләләрҙең булыуы биҙәй ҙә инде.
Сәриә МАЛЫБАЕВА.
Яңы Балапан ауылы.

Автор:
Читайте нас: