+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
16 Май 2022, 14:36

Тарих шаңдауы: 2018 йылдың 16 майында Ҡырым күперендә автотранспорт хәрәкәте башлана

15 майҙа күпер тантаналы рәүештә асыла. Был бөгөнгө Рәсәй тарихында бик әһәмиәтле көн була.

#ВладимирПутин

Ҡырым республикаһы 2014 йылдың мартында (әлбиттә, референдум менән) Рәсәй составына әйләнеп ҡайтҡас, ил етәкселеге Ҡырым менән Тамань ярымутрауын тоташтырыусы күпер төҙөү буйынса планды ғәмәлгә ашыра башлай.

Проектты РФ Президенты Владимир Путин шәхсән контролләй. Төҙөлөштә 10 000  кеше ҡатнаша, хатта бер мәл эшселәр һаны 15 000-гә етә.

2016 йылдың февралендә башланған төҙөлөш ике йыл да ике ай үткәс аҙағына етә. 2018 йылдың апрелендә автотранспортҡа тәғәйенләнгән өлөшөнә асфальт йәйеп тә ҡуялар. 15 майҙа тантаналы рәүештә асалар ҙа. Күперҙән “КамАЗ” рулен тотоп, Президент та үтә. Иртәгәһенә үк автомобилдәр (3,5 тоннаға тиклем) йөрөй башлай. 19 км оҙонлоҡтағы был күпер – Рәсәйҙә һәм Европала иң оҙоно.

Дүрт йылда Ҡырым күперенән 20 миллион автомобиль, шул иҫәптән, 2,7 йөк машинаһы һәм 200 меңдән ашыу автобус, үткән.

Фото: ТАСС.

Автор:
Читайте нас: