-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
17 Май 2022, 11:42

Һалҡынса һауа торошо аҙна аҙағына тиклем һаҡланасаҡ

Был аҙнала республика биләмәһендә атмосфера баҫымы түбән була. Һауа торошонда әллә ни үҙгәрештәр көтөлмәй.

Һалҡынса һауа торошо аҙна аҙағына тиклем һаҡланасаҡ
Һалҡынса һауа торошо аҙна аҙағына тиклем һаҡланасаҡ

Башгидрометүҙәк мәғлүмәттәре буйынса, был аҙнала республика биләмәһендә атмосфера баҫымы түбән була. Һауа торошонда әллә ни үҙгәрештәр көтөлмәй.

17-19 майҙа ямғырҙар тынмай, урыны менән йәшенле, көндөҙ боҙ яуыуы ихтимал. Уртаса һауа температураһы норманан 2-4 градусҡа түбәнерәк. Төндә +2+7 , урыны менән +9, көндөҙ +11,+16 градус булыуы көтөлә. Аҙна һуңында һауа температураһы бер аҙ түбәнәйә, төндә аяҙытҡанда тупраҡ өҫтөндә ҡырау төшөүе мөмкин.

https://bash.bashinform.ru/news/social/2022-05-17/bash-ortostanda-al-ynsa-aua-torosho-a-na-a-a-yna-tiklem-a-lana-2806663

Автор:
Читайте нас: