+26 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
17 Май 2022, 15:35

Балаларҙың йәйге ялы быйыл нисек ойошторола?

Башҡортостанда балаларҙың йәйге ялын ойоштороу темаһына брифинг булды.  

Башҡортостанда балаларҙың йәйге ялын ойоштороу темаһына БСТ телеканалында тура эфирҙа брифинг булды. Уның барышында республиканың мәғариф министры Айбулат Хажин быйыл йәй 400 мең бала төрлөсә ял итеү формаларына йәлеп ителәсәк, был мәктәп йәшендәге уҡыусыларҙың 78,6 процентын тәшкил итә, тип белдерҙе. 

- 2022 йылда балалар ялын һәм һауыҡтырыуҙы ойоштороу реестрында Башҡортостан Республикаһында 1547 һауыҡтырыу ойошмаһы иҫәпләнә. 2021 йылда уларҙың һаны 1462 булған. Быйыл республикала 95 ҡала ситендәге лагерь эшләй, 815 лагерь - көндөҙгө формала, 581 хеҙмәт һәм ял лагеры, 53 махсуслашҡан (профилле) һәм 3 палатка лагеры булдырыла.
2022 йылдың йәйендә был лагерҙарҙа тейешле квалификацияһы һәм белеме булған 25 мең кеше эшләйәсәк. Уларҙың 13,6 меңе - педагогик хеҙмәткәрҙәр, 2,9 мең кеше - етәкселәр һәм идаралыҡ системаһы белгестәре, шулай уҡ 1,7 мең медицина хеҙмәткәре һ.б. йәлеп ителә.

Башҡортостан бюджетынан быйыл балаларҙың йәйге ялын ойоштороуға 1 млрд 798 млн һум аҡса бүлеү ҡаралған.

Автор:Гөлнара Күсәрбаева
Читайте нас: