+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
19 Май 2022, 16:30

Беҙҙең вожатый

Пионерияның 100 йыллығын билдәләгән көндә класыбыҙҙың алыштырғыһыҙ вожатыйы булған Рәйлә Вилданова-Хафизова тураһында һөйләгем килә.

Беҙҙең вожатый
Беҙҙең вожатый

Башланғыс кластарҙа беҙҙе Таштимер урта мәктәбендә Наҡия Абдулла ҡыҙы Вилданова уҡытты. Ә уның ҡыҙы Рәйлә апайыбыҙ «нулевой» кластан башлап вожатыйыбыҙ булды, мәктәпте тамамлап сығып киткәненсә ҡанаты аҫтында йөрөттө. Класта үткән бөтә сараларҙы әҙерләшергә, үткәрешергә ярҙам итә торғайны. Беренсе класта октябрят, өсөнсөлә пионер сафтарына алыныуыбыҙмы, макулатура-металлолом йыйыумы, байрамдар уңайынан плакаттар сығарыумы — вожатыйыбыҙ һәр саҡ беҙҙең янда булды. Уның менән бергә күпме йыр-бейеүҙәр өйрәндек, концерттар ҡуйҙыҡ, стенгазеталар сығарҙыҡ. Беҙ уҡығанда мәктәп кимәлендә төрлө тәрбиәүи саралар, сборҙар, һуғыш һәм тыл ветерандары, гәзит-журналдарының мөхәрририәт ағзалары менән осрашыуҙар йыш үтә торғайны.
Рәйлә апай үҙе матур бейегәс, беҙҙе лә өйрәтте. Класыбыҙҙа ҡыҙҙар ҙа, малайҙар ҙа бейене. Уҡыусы ғына булған вожатыйыбыҙ 8 парҙан торған ансамбль төҙөп, барыбыҙҙы ла бейеүгә баҫтырҙы. Мәктәптә, ауыл клубында сығыш яһай торғайныҡ. Хәтеремдә, 1979 йылда, беҙ 3-сө класта уҡығанда, районда Башҡортостан автономиялы республикаһының 60 йыллығына арнап үҙешмәкәр бейеү коллективтары араһында ҙур конкурс үтте. Бик ентекле әҙерләндек: көн дә репетиция үткәрәбеҙ, әсәйҙәр ҡашмау-түшелдеректәр тектерҙеләр. Конкурс көнө еткәс, беҙҙе Рәйлә апайыбыҙ, үҙе 8-се класта ғына уҡыуына ҡарамаҫтан, Михайловкаға һайлап алыу турына алып китте. Үҙендә ҙур яуаплылыҡ тойған ышаныслы кеше булғанға әсәйҙәребеҙ һәм уҡытыусыбыҙ беҙҙе уға ҡурҡмай тапшырғандыр инде. «Ҡымыҙ» бейеүе менән уңышлы сығыш яһап район этабына үттек. Асҡарҙа конкурс ике-өс көн дауам итте: колхоз-совхоздарҙан коллективтар күп булды, һәр береһенең сәхнәне дер һелкетеп бейегәндәре иҫтә ҡалған. Беҙ ҙә шунда өсөнсө урын алып, грамота менән бүләкләндек.
Мәктәпте тамамлауыбыҙға 20 йыл тигәндә, осрашыу кисәһендә 6 пар булып «Ҡымыҙ» бейеүен башҡарҙыҡ. Онотмағанбыҙ! Сығыш яһарҙан алда Рәйлә апайыбыҙ, һаман да шул алыштырғыһыҙ вожатыйыбыҙ, бер-ике мәртәбә ҡабатлатып өлгөрҙө — төштөк тә бейенек.
Рәйлә апайыбыҙ ата-әсәһенең юлын дауам итеп уҡытыусы һөнәрен һайланы һәм һис яңылышманы. Кескәй уҡыусыларға шефлыҡ иткән вожатыйыбыҙ пионер йылдарында уҡ ойоштороу эштәре, балалар менән мөғәмәлә итеү буйынса байтаҡ тәжрибә туплап өлгөрҙө. Әйткәндәй, беҙ 10-сы класта саҡта БДПУ-ның 5-се курсында уҡып йөрөгән апайыбыҙ Таштимергә практикаға ҡайтты һәм беҙҙең класҡа етәксе итеп тәғәйенләнде, география, биология фәндәренән уҡытты.
Хеҙмәт юлын Күмертау ҡалаһында башлап, шунда 13 йыл уҡытҡас, бынан 20 йыл элек Хафизовтар ғаиләһе Әбйәлилгә күсеп ҡайтты. Рәйлә Сөләймән ҡыҙы эшен Салауат мәктәбендә башта пионервожатый булып дауам итте. Бөгөн ул районда педагогик эшмәкәрлек даирәһендә ҙур уңыштар ҡаҙанған талантлы географ булып танылды. Уның балалары йыл һайын республика, Рәсәй кимәлендәге олимпиадалар еңеүселәре һәм призерҙары булып тора, ике уҡыусыһы берҙәм дәүләт имтиханын 100 балға тапшырҙы. Рәйлә апайыбыҙҙың фиҙаҡәрлеге Рәсәйҙең Почетлы тәрбиә һәм белем биреү хеҙмәткәре, Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы исемдәре менән баһаланды, Рәсәйҙең иң яҡшы уҡытыусылары конкурсы еңеүсеһе булараҡ грантҡа лайыҡ булды. Ул һәр ваҡыт активистка булып ҡалды. Арымай-талмай Салауат мәктәбенең уҡытыу буйынса директор урынбаҫары вазифаһын тарта. Мәктәптә «Салауат» өлгөлө бейеү ансамблен булдырҙы, уҡыусылары балаларҙың «Байыҡ» фестивалендә еңеүҙәр яуланы.
Рәйлә апай йөрәктәребеҙҙә ҡабыҙған бейеү осҡоно миндә ғүмерлеккә дөрләне. Бейеүҙе һөнәр итеп һайланым, күп йылдар инде балаларҙы хореография буйынса уҡытам. Һәм ошо мәҡәләм аша остазыма рәхмәтемде белдерәм. Шуныһы ҡыуаныслы, Рәйлә апай менән бер сәхнәлә бергә бейергә лә яҙҙы, нәҡ ул ойошторған Таштимер ҡыҙҙарынан ғына торған «Әбйәлил биҙәктәре» ансамбле менән «Байыҡ»та гран-при яуланыҡ.
Ләлә ЙӘНЕКӘЙЕВА,
Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.

Автор:
Читайте нас: