+20 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
16 Июнь 2022, 19:15

Йыл ярым ғүмере - атлы сәйәхәттә!

"Һыуыҡлыҡ полюсы - Мәскәү" проекты буйынса бына йыл ярым инде Саха-Яҡутстандан илебеҙҙең баш ҡалаһына һыбай юл тотҡан Дугуйдан Винокуров исемле егет Өфөгә килеп етте. Уның менән "Аҡбуҙат" ипподромында осрашырға насип булды.  

Йыл ярым ғүмере - атлы сәйәхәттә!
Йыл ярым ғүмере - атлы сәйәхәттә!

Ҡап-ҡара сәсле, ҡыҫыҡ күҙле, уртаса буйлы был егеткә 31 йәш. Өйләнгән, ике балаһы - 11 йәшлек ҡыҙы һәм 10 йәшлек улы бар. Русса яҡшы һөйләшә, аралашыу йәһәтенән дә ихлас. 

- Был сәфәрҙең маҡсаты - Яҡутстан автономияһының 100 йыллығын, саха халҡын һәм атын күрһәтеү тип алдыҡ. Проектҡа "Рус географияһы ойошмаһы" ныҡ ярҙам итә, - тип һөйләп үтте ул. - Былтыр март башында юлға Оймякондан кейәүем Мичил Нестроев менән дүрт атта сыҡҡайныҡ. Һынауҙар баштан уҡ башланды. -50 градусҡа еткән һыуыҡтарҙа палаткаларҙа йоҡланыҡ, аттар өсәр көн ашамай-эсмәй йөҙәрләгән саҡрым үтте. Шуның менән уларҙың быуаттарҙан килгән сыҙамлылығына тулыһынса инандыҡ.

Бүрәтстандың төньяғында, "Иҫке БАМ" тип аталған урында, Дзержинск ҡурсаулығында айырыуса ҡатмарлы булды. Бындағы 110-сы саҡрым тип башланған урындан хәрәкәт итергә машина ялларға уйлағайныҡ, тик бер кем дә ризалашманы. Үҙебеҙ киттек. Аяҡ аҫтында боҙ, дағаһыҙ аттар тая. Бер урында тау буйынан һөҙәктә атым упҡынға ҡарай тайып китте - ә уға икенселәре тағылған. Ярай ситтә генә ҡыуаҡтар үҫкән - ат шуларҙы алғы тояҡтары менән эләктерҙе. Ул арала кейәү ҡалған аттарҙы ысҡындырҙы. Минең ат иһә алға тубыҡланды, тора алмай ҙа ҡуя. Ипләп кенә аҫҡа соҡорға төштөк. Аҙаҡтан атты сығара алмай оҙаҡ ҡына хитландыҡ.

Красноярскиҙа Мичилдың аты Айан үлде, Новосибирск янында Сунтарҙың күҙе һуйырайҙы. һөҙөмтәлә кейәү ҡалды, мин иһә Хонор һәм Хаастаах менән юлды дауам иттем. Юлда төрлөһө булды. "Дальнобойщик"тар туҡтап хәлде белешә, кабинаға саҡырып сәй-ҡәһүә эсерә. 

Юл маршрутын картанан, яһалма Ер юлдашы аша ҡарап барам. Иң ныҡ ғәжәпләндергәне - Байкал күле булды. Ундағы энергетика иҫте китерҙе. Ноябрҙа булһаҡ та, һыу боҙ менән ҡапланмағайны. Диңгеҙ күргәнем булмаһа ла, Байкал унан ҡалышмайҙыр", - тип тәьҫораттары менән бүлеште.

Егетте Рәсәй төбәктәрендә яҡшы ҡабул итәләр. Башҡортостанда ҡымыҙ, сәк-сәк менән матурлап ҡаршы алғандар. 15 ай буйы ҡымыҙ эсмәгән яҡут ҡунағы беҙҙекен оҡшатҡан, шәкәр-маҙар ҡушылмаған, натураль эсемлек тип маҡтаған. Әле осрашыуҙа уға баш ҡала хакимиәтенән Өфөнөң 450 йыллығына арналған брендбуклы футболка һәм башҡа иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.

Дугуйдан Мәскәүҙән һуң Санкт-Петербургҡа юлланасағы тураһында әйтеп үтте. Баҡтиһәң, быуаттан ашыу ваҡыт элек бер казак Благовещенскиҙан ул мәлдәге илебеҙҙең баш ҡалаһына 190 көндә һыбай барып еткән. Атын батша Николай II-гә бүләк иткән. Егет ошо маршрутты ҡабатларға ниәтләй. Атлы сәйәхәттә Европаға ла барырға, бар Ер шарын уҙырға ла ниәте юҡ түгел. 

Әңгәмә тамамланғас, ипподромдың һарайҙарына барабыҙ. Бында карантин өлөшөндә Дугуйдандың аттары тышалған көйөнсә үлән уртлайҙар ине. Тәү ҡарамаҡҡа тәпәш кенәләр, төҫтәре лә сағыу түгел. Шулай ҙа йыл ярымда меңәрләгән саҡрым үткән яҡуттар ихтирамға һәм иғтибарға лайыҡ. Егет үҙе имен-аман Мәскәүгә барып етһә ул һәм аттары ысын мәғәнәлә үҙ халҡының геройы буласаҡ. 

"Яҡут аттары селекция менән үрсетелмәй. Уларҙың ауырлығы 350-400 кг, 150 кг йөк менән -50 градус һыуыҡта 120 саҡрым юл үтә ала. Беҙҙең аттар абориген тоҡомло, быуаттар-меңәр йылдар дауамында тәбиғәт үҫтергән. Башҡорт тоҡомлоларға оҡшағандар, беҙҙең халыҡ уларҙы бер иш тип тә әйтер ине. Яҡут айғырҙары кәүҙәһе киңерәк, бары шул айырма бар," - тине егет. 

Автор:Айбулат Ишназаров

https://ye102.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/2022-06-16/yyl-yarym-meren-atly-s-y-h-tt-2841988?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=35065816

Автор:
Читайте нас: