+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
20 Июнь 2022, 09:35

Башҡорт хужабикәһенең ауылдаштар осрашыуындағы мажаралары

Шәмбе Хөсәйен ауылында уҙған “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” осрашыуының көтөлмәгән ҡунағы блогер – башҡорт хужабикәһе Миләүшә Шәйхисламова булды.

Башҡорт хужабикәһенең ауылдаштар осрашыуындағы мажаралары
Башҡорт хужабикәһенең ауылдаштар осрашыуындағы мажаралары

Хөсәйен ауылына Миләүшә осраҡлы ғына килеп юлыҡманы. Был “перспективаһыҙ” тип бөтөрөлөүгә дусар ителгән, әммә яңынан тергеҙелеп үҙ тормошо менән йәшәп ятҡан бәләкәй генә ауыл уның олатаһы Зәкир Ниғмәтуллиндың йәнтөйәге. Зәкир апа уҙған йылда гүр эйәһе булып ҡалды. Байрамға уның хәләл ефете Венера инәйҙе Өфөләге ҡыҙы Фәриҙә, кейәүе Зәки менән алып килде. Әсәһе тыуған яҡҡа юл тотҡанда Миләүшә лә ҡыҙы Азалия менән Әбйәлилгә ҡайтты.
Миләүшә бында бәләкәйҙән үҙ кеше, үҙе лә бөтәһен дә таный, иҫләй. Әммә халыҡ уны был юлы билдәле кеше, йондоҙ итеп ҡабул итте. “Башкирская домохозяйка килгән!” – тигән хәбәр бер урамлыҡ ауылдың бер осонан икенсеһенә йәшен тиҙлегендә барып етте. Осрашыу йолаһы буйынса ҡапҡа алдарына ҡуйылған һыйлы өҫтәлдәр артында уны айырыуса хөрмәт менән ҡаршы алдылар: ҡымыҙын, буҙаһын, бишбармағын, ҡаҙыһын, ҡаҙ ботон, сәйен һәм башҡа тәм-томон тәҡдим иттеләр. “Блогыңда һинең үҙең әҙерләгән аш-һыуҙы кинәнеп, тәмле итеп ашағаныңды ҡарап барабыҙ, әйҙә, беҙҙең ризыҡтарҙан да ауыҙ ит”, - тип ҡыҫтанылар.
Миләүшә шул йөрөүендә үҙенең блогы өсөн стористар төшөрөргә лә онотманы. Рәхәтләнеп, көлә-шаяра видеолар төшөрҙө, камераның был яғынан уның режиссерлыҡ һәләттәре лә асыҡ күренде.
Кешеләр уның менән фотоға төшөп ҡалырға тырышты. Ихлас Миләүшә тамсы ла инәлтмәне, теләгән һәр кем менән фотоға төштө, ихлас аралашты. Байрамдың тантаналы өлөшөнән, концерттан, спорт ярыштарынан репортаждар әҙерләне.
Хөсәйендә үткән ауылдаштар осрашыуы нисек үтеүен бегегеҙ килһә, башҡорт хужабикәһенең стористарын ҡарап барығыҙ.

Башҡорт хужабикәһенең ауылдаштар осрашыуындағы мажаралары
Башҡорт хужабикәһенең ауылдаштар осрашыуындағы мажаралары
Автор:Гөлнара Күсәрбаева
Читайте нас: