-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
24 Июнь 2022, 12:10

Гәзитле лә, бүләкле лә булдылар

«Аҙна һайын — бүләк» уйынына был аҙнала ҡуйылған тостерҙы Хәлил ауылынан Гөлназ Дәүләтова, үтекте Һамарҙан Әлфиә Варисова отто. Киләһе ярты йыллыҡта гәзитле лә, бүләкле лә булған дуҫтарыбыҙҙы ҡотлайбыҙ.

Гәзитле лә, бүләкле лә булдылар
Гәзитле лә, бүләкле лә булдылар

«Аҙна һайын — бүләк» уйынына был аҙнала ҡуйылған тостерҙы Хәлил ауылынан Гөлназ Дәүләтова, үтекте Һамарҙан Әлфиә Варисова отто. Киләһе ярты йыллыҡта гәзитле лә, бүләкле лә булған дуҫтарыбыҙҙы ҡотлайбыҙ һәм уларҙың паспорт, ИНН һәм СНИЛС күсермәләрен тотоп, бүләктәрен редакциянан килеп алыуҙарын көтөп ҡалабыҙ.
Әле уйын дауам итә, шуға күрә гәзиткә яҙылып өлгөрмәгәндәр тиҙ арала почтаға барып йәки редакцияға килеп «районка»ға абонемент тултырығыҙ һәм квитанция күсермәһен беҙҙең адресҡа ебәреп (Асҡар, Ленин урамы, 14а), бәхетегеҙҙе һынап ҡарағыҙ. Шулай уҡ «Башҡортостан Республикаһы» Нәшриәт йорто уҙғарған «Яҙыл да, бүләк от!» уйынында ҡатнашып, ноутбук, телевизор, мотоблок, туңдырғыс, велосипед отоу мөмкинлеген дә ҡулдан ысҡындырмағыҙ. Билдәле булыуынса, был уйында ҡатнашыу өсөн «Осҡон»ға һәм бер республика баҫмаһына яҙылып, 15 июлгә тиклем квитанция күсермәләрен «Подпишись и выиграй» тигән яҙыу менән Өфө, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 13 адресы буйынса ебәрергә йәки электрон почтаға ([email protected]) һалырға кәрәк. Исем-шәрифегеҙҙе, адресығыҙҙы, телефон номерығыҙҙы ла яҙырға онотмағыҙ.
Еңеүселәр «Сәләм» тапшырыуының тура эфирында билдәләнәсәк.
«Осҡон»ға яҙылығыҙ, уйындарҙа ҡатнашығыҙ, бүләктәр отоғоҙ. Бергә булдыҡ, бергә ҡалайыҡ, дуҫтар!

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас: