+13 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
24 Июнь 2022, 15:05

Ял көндәренә эҫе һәм ямғырлы һауа торошо күҙаллана

Башгидрометеоүҙәк мәғлүмәттәре буйынса һауа торошо ял көндәрендә

Башгидрометүҙәк мәғлүмәттәре буйынса, йома, 24 июндә, урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы, йәшен йәшнәүе көтөлә . Ел төньяҡ-көнсығыштан талғын, йәшен ваҡытында ел көсәйеүсән. Һауа температураһы +21, +26, көньяҡта +28, +33 градус була.

Шәмбе, 25 июндә, төбәктә урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр, йәшен фаразлана. Ел төньяҡтан, төньяҡ-көнбайыштан, талғын, ҡайһы бер райондарҙа көсәйеүсән. Төндә +10, +15, көндөҙ +20, +25, республиканың көньяғында төндә +14, +19, көндөҙ +24, +29 градус.

Йәкшәмбе, 26 июндә, йәнә ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр, йәшен көтөлә. Ел төньяҡтан, төньяҡ-көнбайыштан, талғын, ҡайһы бер райондарҙа көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +9, +14, көндөҙ +17, +22 градус.

https://www.bashinform.ru/news/social/2022-06-24/v-bashkirii-v-blizhayshie-vyhodnye-prognoziruetsya-zharkaya-i-dozhdlivaya-pogoda-2852320

Автор:
Читайте нас: