+21 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
10 Август 2022, 16:08

Йәшенле ямғырҙар көтөлә

Алдағы өс көндә Башҡортостанда урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы һәм йәшен йәшнәүе фаразлана, тип хәбәр итте республика синоптиктары.

Йәшенле ямғырҙар көтөлә
Йәшенле ямғырҙар көтөлә

Бөгөн республикала көндөң аяҙлы-болотло булыуы көтөлә. Көндөҙ урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр, йәшен. Ел төньяҡтан, төньяҡ-көнсығыштан секундына 3-8 метр тиҙлектә иҫә, йәшен ваҡытында секундына 14 метрға етеүе ихтимал. Һауа температураһы көндөҙ +27, +32 градус.

11 августа төндә яуым-төшөмһөҙ, көндөҙ урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр, йәшен. Ел төньяҡ-көнбайыштан, талғын. Урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +13, +18 градус, урыны менән +8 градусҡа ҡәҙәр. Көндөҙ +26, +31 градус.

12 августа урыны менән бер аҙ ямғыр яуыуы көтөлә, көндөҙ яуым-төшөмһөҙ. Ел төньяҡ-көнбайыштан, талғын. Урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +12, +17 градус, урыны менән +5 градусҡа тиклем. Көндөҙ +22, +27 градус.

https://bash.bashinform.ru/news/social/2022-08-10/bash-ortostanda-y-shenle-yam-yr-ar-k-t-l-2904041 

Автор:
Читайте нас: