БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы проектҡа 2021 йылдан алып “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ” һәм “Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы” милли проекттары сиктәрендә консультация ярҙамы күрһәтә һәм инвесторға Башҡортостан Хөкүмәтендә уҙған “Инвестиция сәғәте”ндә ҡатнашырға ярҙам итә.
– Башҡортостан Республикаһында тау саңғыһы туризмы айырым урын алып тора. Быға төбәктең географик үҙенсәлектәре булышлыҡ итә. Мәҫәлән, 2022 йылда яңы йыл каникулында, 1 – 9 ғинуарҙа республиканың тау саңғыһы үҙәктәре 95 меңгә яҡын туристы ҡабул иткән. Бынан тыш, беҙ 2022 йылда Рәсәйҙең иң яҡшы ун ял курорты иҫәбенә ингәнбеҙ, был исемлектә дүртенсе урынды биләйбеҙ, – ти Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов.
БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы республикала ҡунаҡсыллыҡ индустрияһын үҫтереү менән ҡыҙыҡһынған эшҡыуарҙарға, шулай уҡ проектын Башҡортостандың өҫтөнлөклө инвестиция проекттары исемлегенә индереүгә дәғүә иткән инвесторҙарға консультация ярҙамы күрһәтә. Эшҡыуарлыҡ өлкәһендәге һорауҙарға яуап алыу өсөн республика бизнес-шерифтарына мөрәжәғәт итергә мөмкин, уларҙың телефондары министрлыҡтың сайтында урын алған.
Фото – БР эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте.
https://bashkizi.ru/news/milli-proekttar/2022-09-01/turizmdy-populyar-t-r-2931442?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=37933420