Төрлөһөнән
21 Октября 2022, 10:20

Был хәл кисә Асҡарҙа булған

Кисә көндөҙгө ваҡытта Р. Дәүләтов урамы буйлап хәрәкәт иткән Ford S-Max машинаһына идара итеүсе 64 йәшлек водитель  йәйәүлеләр һыҙатында 10 йәшлек малайҙы бәрҙерә.

Был хәл кисә Асҡарҙа булғанБыл хәл кисә Асҡарҙа булған
Был хәл кисә Асҡарҙа булған

Уҡыусы бала табиптар ҡарағандан һуң өйөнә ҡайтарылған тип хәбәр итәләр Башҡортостан буйынса ЮХХДИ идаралығынан. Ведомство мәғлүмәттәренән республикала 17 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, уларҙа 21 кеше төрлө йәрәхәттәр алған. Уларҙың дүртәүһе – балалар. Күпмелек авариялар йәйәүлеләрҙе тапатыуға бәйле.

Автор:Гөлнара Күсәрбаева
Читайте нас