

Ил өсөн ауыр мәлдәрҙә халыҡтың берләшеүе көс-ғәйрәт бирә. Мобилизация башланғас та, егеттәрҙе оҙатышыуға ярҙамға тип аҡса, башҡа кәрәк-яраҡ йыйыуға тотондоҡ. Бер кем дә баш тартманы, хәленән килгәнсә ярҙам ҡулы һуҙҙы.
Амангилде биләмәһендәге бөтә ауылдар ҙа дөргөн ҡушылды. Изге эштән Үтәгән ауылы халҡы ла ситтә ҡалманы. Алланың барлығына, берлегенә инанған ситтә йәшәүсе ауылдаштарыбыҙҙың да ярҙамы ҙур булды был изге маҡсатта ойошторолған сарала.
Асҡарҙа йәшәүсе Халиса Фәсхетдинова күләмле генә аҡсалата ярҙам күрһәтте (4 мең һум). Гуманитар ярҙам йыйыуҙа тәүге көндән үк ауылдың уңған килендәре Дилә Мусина һәм Зәкирә Йәлмырҙина ҙур ихласлыҡ менән эшләне. Хәрби әҙерлеккә саҡырылған ир-егеттәребеҙ өсөн 200 пар йылы ойоҡ, 8 мең һум аҡсалата ла ярҙам тапшырылды. Ауылдың ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Альбина Ғәләүетдинова тәҡдиме менән йыйылған аҡсаны «Тыныслыҡ фонды»на тупларға ҡарар иткән үтәгәндәр.
Ошо көндәрҙә ауыл халҡы ярҙамы менән илебеҙҙең тыныслығын, ир-егеттәрҙең имен-һау ҡайтыуҙарын теләп ҡорбан салынды. Ауылда ҡорбан мәжлесенә үҙ өлөшөн индермәгән кеше ҡалманы, барыһы ла аҙмы-күпме аҡсалата ярҙам итте. Үтәгән мәсетенең имам-хатибы Ишбулат Әүбәкиров ил-йорт именлегенә аят бағышлағас, иман йортона килеүселәр ҡорбан ашынан ауыҙ итте. Мәсеткә килә алмағандар өсөн Зәбирә менән Талип Йәһүҙиндәр үҙҙәре ҡорбан салып, таратып сығыуҙары бик мәслихәт булды. Ауыл халҡының ошондай изге эшенә һоҡланмау мөмкин түгел. Ауыр саҡта бер-береңә иң ҡуйыу яҡшы ғәмәл ул.
Венера МАНСУРОВА,
Амангилде ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе.