-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
15 Ноябрь 2022, 10:18

Һалымдарҙы түләү ваҡыты тамамлана

1 декабрҙә физик берәмектәрҙең 2021 йыл өсөн мөлкәт һалымдарын түләү ваҡыты тамамлана.

Һалымдарҙы түләү ваҡыты тамамлана
Һалымдарҙы түләү ваҡыты тамамлана

Тик был мобилизация буйынса хәрби хеҙмәткә саҡырылған граждандарға ғына ҡағылмай. Уларға хәрби хеҙмәттә булған осорҙары һалым түләү ваҡыты буйынса автоматик рәүештә оҙайтыла.

      Башҡа граждандарға 2021 йыл өсөн һалым белдереүҙәрендә күрһәтелгән мөлкәт һалымын 2022 йылдың 1 декабренән дә һуңға ҡалмайынса түләргә кәрәк.

      Һалымды «Һалым һәм пошлина түләү» сервисы ярҙамында йәки «Һалым түләүсенең шәхси кабинеты»нда түләргә мөмкин.

       Тулыраҡ мәғлүмәтте Башҡортостан Республикаһы буйынса Рәсәй Федераль һалым хеҙмәте Идаралығының 8 (347) 226-38-00 ҡыҙыу линия телефоны буйынса алырға мөмкин, йәки Рәсәй Федераль һалым хеҙмәтенең www.nalog.gov.ru.рәсми сайтынан.

Автор:
Читайте нас: