+13 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
16 Ноябрь 2022, 09:10

Күләмле юл проекттары тормошҡа ашырыласаҡ

"Рәсәй транспорты" форумында беҙҙекеләр ҙә ҡатнаша. #национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Күләмле юл проекттары тормошҡа ашырыласаҡ
Күләмле юл проекттары тормошҡа ашырыласаҡ

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров "Рәсәй транспорты" XVI халыҡ-ара форумында республиканың юл тармағын үҫтереү тураһында һөйләне.

Беҙҙә юл - илдә иң тармаҡлы селтәрҙәрҙең береһе, оҙонлоғо буйынса ул икенсе, шуға күрә республикала юл япмаһына һәм яңы юлдар төҙөлөшөнә ҙур иғтибар бүленә, тип билдәләне республика Хөкүмәте етәксеһе.

"Быйыл юл фондының дөйөм күләме Башҡортостанда 35 миллиард һумдан ашыу тәшкил итә. Уҙған йыл менән сағыштырғанда, 20 процентҡа тиерлек артты. Быйыл беҙ ремонттан һуң мең саҡрым самаһы һәм реконструкцияланған 60 саҡрым тирәһе юлды файҙаланыуға тапшырабыҙ, - тине Андрей Назаров. - Һуңғы йылдарҙа төбәктә юл инфраструктураһын ярайһы ныҡ яҡшырттыҡ, транспорт реформаһын тормошҡа ашырыуҙы дауам итәбеҙ. Граждандарыбыҙҙың хәүефһеҙлек мәсьәләһе беҙҙең өсөн өҫтөнлөклө".

Форумда федераль коллегалар менән күләмле юл проекттары тикшерелде, тип билдәләне Премьер-министр. Атап әйткәндә, Өфөлә Интернациональ урамы һыҙатында Ағиҙел йылғаһы аша күпер төҙөү. "Был объект баш ҡалабыҙ өсөн бик мөһим. Уны төҙөү ҙур транспорт үҙәген "сисергә" мөмкинлек бирәсәк. Галле урамы башындағы күперҙе бушатасаҡбыҙ. Был М-7 "Волга" һәм М-5 "Урал" автотрассаларына сығыу менән Өфөнөң төньяҡ өлөшөнөң иң ҡыҫҡа арауыҡ буйынса уңайлы бәйләнешен тәьмин итәсәк. Төҙөлөштөң яҡынса хаҡы - 35 миллиард һум", - тине Андрей Назаров.

Йәнә бер проект тикшерелде, ул Өфөнөң "Көньяҡ ҡапҡалары" комплекслы торлаҡ төҙөлөшө. Башҡортостан Хөкүмәте етәксеһе һүҙҙәренсә, ул инфраструктура бюджет кредитын йәлеп итеп 2022 - 2025 йылдарҙа ғәмәлгә ашырыла, ә проекттың хаҡы 16 миллиард һумдан ашыу тәшкил итә. "2,5 саҡрым оҙонлоҡтағы Пугачев урамын төҙөкләндереү бурысы бар. Уның хаҡы 3,8 миллиард һум тәшкил итә. Киңлеге 15 метрлыҡ юл дүрт һыҙаттан тора. Инженер коммуникациялары үҙгәртеп ҡорола. Генерал Рыленко урамының оҙонлоғо - 1,2 саҡрым. Уны яңыртыу хаҡы 1,6 миллиард һум тәшкил итә. Ете хәрәкәт һыҙаты күҙ уңында тотола, юлдың киңлеге 25 метр тәшкил итәсәк. Шулай уҡ Генерал Рыленко һәм Пугачев урамдары киҫелешендә транспорт сиселеше төҙөләсәк. Төҙөлөштөң хаҡы 3,1 миллиард һум тәшкил итә. Әле юл үткәргес таяуҙары төҙөлә, – тип билдәләне Андрей Назаров. – Ошо өс объект буйынса эштәрҙе 2024 йылдың июленә тамамларға ниәтләйбеҙ. Дөйөм алғанда, "Көньяҡ ҡапҡалары" проектын ғәмәлгә ашырыу һөҙөмтәһендә 6,7 миллион квадрат метр самаһы торлаҡ сафҡа индереләсәк".

Премьер-министр билдәләүенсә, бындай ҙур инфраструктура проекттары федераль үҙәк ярҙамында тормошҡа ашырыла.

Автор:Динара Сафиуллина
Читайте нас: