-2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
18 Ноябрь 2022, 15:10

"Һалдаттар өшөмәһендәр..."

Ҡужандар ярҙам күрһәтте.

"Һалдаттар өшөмәһендәр..."
"Һалдаттар өшөмәһендәр..."

Йәштәр йортонда хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам йыйыу пунктына Ҡужан ауылы халҡы йыйған ярҙамды әүҙем йәмәғәтсе, был мәрхәмәтлек акцияһын башлап йөрөүсе Клара Абдуллина алып килде.

— Бөтә ил өсөн ауыр мәлдәрҙә берҙәм, бергә булайыҡ. Һалдаттарыбыҙ имен-аман тиҙерәк әйләнеп ҡайтһындар. Беҙҙең бәләкәй генә ярҙам уларҙың күңелен йылытһын, — тине Клара Хатап ҡыҙы. — Ҡужан ауылынан бер егет яуға китте, уға айырым ярҙам ебәрәсәкмен.

Район хакимиәте башлығының социаль мәсьләләр буйынса урынбаҫары Вадим Ғафаров мобилизацияланғандарға ярҙам йыйыуҙың тәүге көндәренән үк изге эшкә ҡушылып, бер нисә тапҡыр гуманитар ярҙам йыйыуҙы ойошторған Клара Абдуллинаға әүҙем гражданлыҡ позицияһы өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.

Автор:Динара Сафиуллина
Читайте нас: