+17 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
26 Ноябрь 2022, 09:50

Евроконтейнерҙарҙың тәүге партияһы ҡайтарылды

“Экология” милли проектының мөһим бер йүнәлеше булып ҡалдыҡтар менән эшләү тора, был тирә-яҡ мөхитте һаҡлауға йоғонто яһай. Башҡортостандың баш ҡалаһында быға айырыуса әһәмиәт бирәләр. #национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Евроконтейнерҙарҙың тәүге партияһы ҡайтарылды
Евроконтейнерҙарҙың тәүге партияһы ҡайтарылды

#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Яңы евроконтейнерҙар һатып алыу өсөн “Экология” милли проекты сиктәрендә федераль ҡаҙнанан субсидиялар бүленә. Ноябрҙә Өфөгә ҡалдыҡтарҙы айырым йыйыу өсөн 1100 литр күләмлек күк төҫтәге тәгәрмәсле евроконтейнерҙарҙың тәүге партияһы килде, тип хәбәр итә    Өфө ҡалаһы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте. Уларҙы идара итеүсе ойошмалар әҙерләгән майҙандарға ҡуйыу планлаштырыла. Күп ҡатлы йорттарҙа йәшәүселәргә, ихаталарында заманса контейнерҙар ҡуйҙыртҡылары килһә, идара итеүсе компанияға мөрәжәғәт итергә кәрәк.

Фото – Өфө ҡалаһы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте.

https://bashkizi.ru/news/milli-proekttar/2022-11-25/t-ge-evrokonteyner-ar-kilde-3045869 

Автор:
Читайте нас: