-2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
28 Ноябрь 2022, 14:20

Һөҙөмтәләрҙе киләһе йыл күрербеҙ

“Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектында ҡатнашҡан өс предприятие хеҙмәткәрҙәре “Процестар фабрикаһы”нда уҡып сыҡҡан.

#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

 “Белорет йылытыу ҡоролмалары заводы”, “Урал пружина заводы”, “Корона” мебель фабрикаһы хеҙмәткәрҙәре өсөн “Процестар фабрикаһы”нда “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә  дәрестәр үткәрелде, тип хәбәр итә БР Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Башҡортостандың иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрының беренсе  урынбаҫары Айрат Фәхретдинов әйтеүенсә, 2022 йылда “Процестар фабрикаһы”нда “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектында ҡатнашҡан предприятиеларҙан 217 хеҙмәткәр ҡатнашҡан.

– Беҙ етештереү процестарын һөҙөмтәлерәк итеү буйынса реаль инструменттар алдыҡ. Киләһе йыл алған белемдәребеҙҙе файҙаланыуҙың бик яҡшы һөҙөмтәләрен күрһәтер, тип ышанам, – ти “Белорет йылытыу ҡоролмалары заводы”ның йыйыу цехы мастеры Татьяна Елисеева.

Фото – Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан.

Читайте нас: