+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
29 Ноябрь 2022, 18:15

Күрһәткестәр йәнә артҡан

Беҙ ағасты киҫкәнгә ҡарағанда күберәк ултыртабыҙ.

Күрһәткестәр йәнә артҡан
Күрһәткестәр йәнә артҡан

Башҡортостандың Урман хужалығы министрлығында быйылғы урман культуралы миҙгеленә йомғаҡ яһалды. Мәғлүм булыуынса, барлыҡ саралар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Экология” милли проектының (национальный проект “Экология”) “Урмандарҙы һаҡлау” төбәк проектына ярашлы тормошҡа ашырыла.

– Башҡортостанда 15,7 мең гектар майҙанда урманды тергеҙеү һәм тулыландыру эштәре  башҡарылған. Беҙ ағасты киҫкәнгә ҡарағанда күберәк ултыртып, ошо ыңғай динамиканы йыл һайын һаҡлап ҡаларға тырышабыҙ. Быйыл күрһәткес йәнә артҡан, план буйынса ул 97,5 процент булһа, беҙ эште 119 процентҡа башҡарҙыҡ, – тине республиканың урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов. – Урманды тергеҙеү йәһәтенән Белорет, Йылайыр, Ҡариҙел, Бөрйән райондары әүҙем эшләгән. Әйткәндәй, яңы урман участкаларына нигеҙ һалыуҙа урман хужалығы хеҙмәткәрҙәре генә түгел, ҡуртымсылар ҙа ҡатнаша. Быйыл улар 8,2 мең гектар ергә ағас ултыртҡан.

Йәш үҫентеләргә килгәндә, Башҡортостан урмансылары уны үҙҙәренә лә, ҡуртымсыларға ла етерлек, хатта күрше төбәктәргә лә таратырлыҡ күләмдә әҙерләй.

Автор:
Читайте нас: