+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
6 Декабрь 2022, 17:10

Батырҙың яҡты иҫтәлегенә бағышлап...

Амангилде мәктәбендә махсус хәрби операцияла һәләк булған контракт хеҙмәте сержанты, отделение командиры, үлгәндән һуң «Батырлыҡ» ордены менән наградланған Айнур Ямаловҡа таҡтаташ ҡуйылды. Уны асыу сараһы батыр егет иҫтәлегенә туғандары башланғысы буйынса ойошторолған волейбол ярышы менән бер көнгә тура килтерелде.

Батырҙың яҡты иҫтәлегенә бағышлап...
Батырҙың яҡты иҫтәлегенә бағышлап...

Ҡаһарман уландарын онотмай амангилделәр. Хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған Вадим Баҡыев иҫтәлегенә лә йыл һайын ауылдаштары, туғандары, дуҫтары тырышлығы менән волейбол ярышы уҙғарылып килә. Махсус хәрби операцияла һәләк булған Айнур Ямалов иҫтәлегенә лә турнир артабан традиция булып нығынасағына ла иманым камил. Ә ниңә тап волейбол ярышы? Был һорауҙы Амангилде халҡын белмәгән, бында бер тапҡыр ҙа  булмаған кеше генә бирер. Амангилделә волейбол уйнамаған, уны фанаттарса яратмаған кеше юҡ. Турнирҙың төп ойоштороусыһы Ризуан Рәхмәтовтың: «Беҙҙә туп менән тыуалар», — тип шаяртыуында хаҡлыҡ ярылып ята. Бөгөн арабыҙҙа булмаған йәш егеттәргә арнап волейбол турнирҙары үткәрелеүе лә ауылдаштарының уларға ҡарата оло хөрмәт билдәһе ул.

Айнур, Магнитогорскиҙа тыуып-үҫһә лә, Амангилде ауылы ейәне булғас, бала сағы, үҫмер йылдары ошонда үтә. Контракт буйынса хеҙмәт итә башлағас, ялға ебәргәндәрендә гелән ауылға — туғандары янына ашҡына. Йәшләй мәрхүм булған егеттең мәңгелек йорто ла йәне-ҡаны тартҡан ошо изге төйәктә... Һәм амангилделәр иң беренсе булып махсус хәрби операцияла һәләк булған яҡташтарыбыҙ араһында үҙҙәренең улы, ейәне иҫтәлегенә спорт ярышы уҙғарҙы. Уны ойоштороу инициативаһын күтәреп сыҡҡан өс туған ҡустыһы Ризуан Рәхмәтовҡа егеттең атаһы Анисар Сәйәх улы, апайҙары Рената Ҡаҙаҡаева, Розалия һәм еҙнәһе Арсен Ғәниевтар,  башҡа туғандары ҡушылған.

Турнир ир-егеттәр араһында уҙҙы, 10 команда ҡатнашты. Район волейболсыларынан тыш Белореттан, Межгорьенан һәм Мангитогорск ҡалаһынан командалар ҡатнашыуы һис осраҡлы түгел. Магнитогорск егеттәре араһында Айнурҙы яҡындан белгән дуҫтары ла бар ине. Батыр ул атаһына теләктәшлек белдереп, 61-се янғын һүндереү часында начальник булған Анисар Ямаловтың коллегалары — 28-се Белорет янғын-ҡотҡарыу отряды йыйылма командаһы (уның составын Бөрйән, Белорет, Әбйәлил янғын һүндереү частәре хеҙмәткәрҙәре тәшкил итә) уйнарға килде. Ә инде Межгорье командаһын амангилделәр менән күптән спорт дуҫлығы бәйләй.

Тантаналы митингыны асып, район башлығының беренсе урынбаҫары Р. Ғ. Хәлилов район хакимиәте үҙ иңенә махсус хәрби операцияла һәләк булған яҡташтарҙың исемдәрен мәңгеләштеү буйынса йөкләмә алыуын иҫкә төшөрөп, Айнур Ямалов иҫтәлегенә мемориаль таҡтаташ асыу — был йәһәттән районда башланған эштең дауамы булыуын әйтте.

— Беҙҙең бурыс — именлек хаҡын йәш ғүмерҙәре менән түләгән егеттәрҙе онотмау, уларҙы хәтерҙә йәшәтеү. Улар иҫтәлегенә бөгөнгө кеүек турнирҙар, башҡа спорт ярыштары уҙғарыу зарур. Айнур Ямаловтың исемен ҙурлап ярышҡа килгән спортсыларға, турнирҙы ойоштороусы туғандарына, ауыл биләмәһе һәм мәктәп етәкселегенә һәм, әлбиттә, лайыҡлы ул үҫтергән ата-әсәһенә ҙур рәхмәтемде белдерәм. Геройҙарға мәңгелек дан! — тине ул.

— Улымдың тере саҡта дуҫтары күп булды, ә хәҙер, күреүемсә, улар тағы ла ишәйҙе, — тине егеттең атаһы А. С. Ямалов ярышҡа килгән спортсыларға  һәм таҡтаташ асыу сараһында рухи терәк булып ҡатнашҡан ауылдаштарына һәм яҡындарына рәхмәт белдереп. Амангилде мәктәбе директоры Г. Ғ. Вәлиева: «Ауылыбыҙҙың ҡыйыу ейәненең исемен мәңгеләштереү маҡсатында ошондай таҡтаташ асылыуы беҙҙең мәктәбебеҙ өсөн ҙур әһәмиәткә эйә. Йәш быуында илһөйәрлек рухы тәрбиәләүҙә Айнур Анисар улы кеүек ҡаһарман яҡташтарыбыҙ һәр яҡтан да өлгөлө булып тора», — тине.

Таҡтаташты асыу хоҡуғы Анисар Сәйәх улына һәм  Руслан Ғөзәйер улына бирелде. Хәтер терелеген дәллилләгәндәй, мәрмәрташтан ап-аҡ ҡыш хакимлығына баҡҡан  йәш, һылыу егеттең фотоһы аҫтына ҡуҙ шикелле ҡыҙыл рауза бәйләмдәре ятты. Бер минутлыҡ тынлыҡ батыр рухы алдында баш эйеү, уның тиңһеҙ ҡаһарманлығы өсөн рәхмәт белдереү ҙә ине...

 

 

Батырҙың яҡты иҫтәлегенә бағышлап...
Батырҙың яҡты иҫтәлегенә бағышлап...
Автор:Гөлнара Күсәрбаева
Читайте нас: