+23 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
6 Декабрь 2022, 17:40

Йәш ғаиләләр көсөн һынап ҡарай ала

Конкурста 35 йәшкә тиклемге йәш ғаиләләр, шулай уҡ яңғыҙ ата йәки әсә ҡатнаша ала.

Йәш ғаиләләр көсөн һынап ҡарай ала
Йәш ғаиләләр көсөн һынап ҡарай ала

Башҡортостандың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм  конгресс эшмәкәрлеге министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәғариф” милли проектының (национальный проект “Образование”) “Социаль әүҙемлек” федераль проекты буйынса үткәрелгән “Ғаилә – дәүләт таянысы” республика йәштәр конкурсына ғаризалар ҡабул ителә. Конкурста 35 йәшкә тиклемге йәш ғаиләләр, яңғыҙ ата йәки әсә ҡатнаша ала.

Конкурс номинациялары: ғаиләнең тыуыуы (танышыу, ғаилә ҡороу, бала табыу тарихы); мин ғорурланам (ғаилә ағзаларының батырлығы, уларҙың республика, ил алдындағы ҡаҙаныштары); беҙҙең йолалар (ғаилә йолалары, милли ғөрөф-ғәҙәттәр, тел, мәҙәниәт үҙенсәлектәре); буш ваҡытыбыҙ (ғаилә байрамдары, сәйәхәттәр, берлектәге ял); беҙ ижад итәбеҙ (берлектәге ғаилә эше, ғаилә бизнесы, ғаилә проекты, ғаиләнең ирекмәнлек, хәйриә эшмәкәрлеге). Унда ҡатнашыу өсөн йәш ғаиләнең анкетаһын тултырырға, тематик видеояҙма төшөрөргә һәм 6 декабрҙә барлыҡ материалдарҙы [email protected] электрон почтаһына ебәрергә кәрәк.

Эксперттар иң яҡшы 10 эште һайлай, ә 13 декабрҙән 15-нә тиклем Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты берләшмәһендә онлайн-тауыш биреү ойошторола. Конкурсҡа йомғаҡ 19 декабрҙә яһала.

Автор:
Читайте нас: