+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
6 Декабрь 2022, 18:00

Ҡытайҙар башҡорт балын ярата

Ҡытай үҙе лә донъяла иң күп бал етештергән ил булып һанала, ә бына башҡорт балынан улар нимә эшләй? 

Өфө предприятиеһы Ҡытайға 834,4 килограмм башҡорт балын оҙатты. Был хаҡта Россельхознадзорҙың Башҡортостан буйынса идаралығы хәбәр итә. Идаралыҡ белгестәре Ҡытайға ебәреләсәк продукцияға лаборатор тикшереү үткәргән һәм махсус сертификаттар биргән. 

Ҡытай үҙе лә донъяла иң күп бал етештергән ил булып һанала, экспорт баҙарында алдынғы урынды биләй. Шул уҡ ваҡытта ҡытайҙар оҙаҡ йылдар дауамында Башҡортостандан бал һатып ала, быны улар башҡорт балының юғары сифатлы һәм тәбиғи булыуы менән аңлата. Ҡытайҙа балдан дарыу әҙерләйҙәр, шуға ул ҙур ихтыяж менән файҙалана.

Быларҙың барыһын да иҫәпкә алып, Башҡортостан умартасылары өсөн асылған ғәйәт ҙур баҙарҙың сикһеҙ мөмкинлектәрен ҡулдан ысҡындырмаҫҡа кәрәк. Был йүнәлештә беренсе аҙымдарын «Башҡорт балы» тип аталған Өфө предприятиеһы эшләне лә инде, продукцияны сит илдәргә һатыу хоҡуғын алыу маҡсатында, экспортты аттестациялауҙың бөтә процедураларын үтте һәм Ҡытай Халыҡ Республикаһының Төп таможня идаралығының CIFER электрон теркәү системаһына инде.

Ҡытайҙар башҡорт балын ярата
Ҡытайҙар башҡорт балын ярата
Автор:
Читайте нас: