+21 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
12 Декабрь 2022, 15:52

Хәләр ризыҡ кәрәкһә

Хәйбуллала Гөлнара Ҡадаева хәләл ризыҡтар магазины асырға ниәтләй.

#нацпроекты#регпроект#национальныепроектыБашкортостан

Хәйбулла район хакимиәтендәге  ултырышта Гөлнара Ҡадаева тәҡдим иткән проект ҡаралды. Ул хәләл ризыҡтар магазины асырға ниәтләй. Проекттың маҡсаты – ваҡ сауҙа объектын асыуға бәйле сығымды ҡаплау өсөн инвестиция йәлеп итеү. Уны тормошҡа ашырыу өсөн социаль килешеү нигеҙендәге адреслы ярҙам йүнәлеше буйынса аҡсалата ярҙам кәрәк. Проектты тикшереү һөҙөмтәһендә бер нисә ҡарар ҡабул ителде, ошо эште көйләгән хеҙмәттәргә күрһәтмә бирелде, шулай уҡ бурыстарҙың үтәлеше буйынса отчет тыңланды. 

Район башлығы Рөстәм Шәрипов тарафынан аҙна һайын “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” тәртибендә үткәрелгән Координация советы ултырыштары Хәйбуллала йүнселлекте үҫтереүгә, шулай уҡ Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) менән билдәләнгән күрһәткестәрҙе үтәүгә йүнәлтелә.

Читайте нас: