+1 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
19 Декабрь 2022, 14:35

“Көмөш” туристар – Өфөлә

Дәүләкән районынан оло йәштәге туристар Өфөнөң иң матур урындарында булды.

#нацпроекты#регпроект#национальныепроектыБашкортостан

“Көмөш” туристар Салауат Юлаев, Миңлеғәли Шайморатов һәйкәлдәрендә булды, Башҡортостан Республикаһының Милли музейын да ҡараны, тип хәбәр итә Дәүләкән районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры янында урынлашҡан театр скверындағы “Ете ҡыҙ” фонтаны ла ҡунаҡтарҙы әсир итә. Өфө лимонарийында декоратив ағастар, ҡыуаҡтар, тропик үҫемлектәр тышта ҡар-буранлы ҡыш икәнен дә оноттора.

Дәүләкән районында Башҡортостан Республикаһы Башлығының “Башҡорт оҙон ғүмерлеге. Туризм” проекты әүҙем тормошҡа ашырыла. Уның сиктәрендә ете маршрут буйынса 219 оло йәштәге турист республика буйынса сәйәхәткә сыҡҡан.

Бер көнлөк сәйәхәттә 60 йәштән үткән ир-егеттәр һәм 55 йәштән олораҡ ҡатын-ҡыҙҙар ҡатнаша ала. Проектта ҡатнашыу түләүһеҙ. Сара “Демография” милли проектының “Әүҙем оҙон ғүмерлек” федераль проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә тормошҡа ашырыла.

Проектта ҡатнашыу өсөн долголетие.соцтуризмрб.рф  сайтында теркәлергә һәм турҙы һайларға кәрәк.

Фото – Дәүләкән районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

Читайте нас: