+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
17 Ғинуар 2023, 15:40

“Шыршы-2022” операцияһына йомғаҡ яһалды

Урманға 81 мең һумлыҡ зыян килтерелгән.

“Шыршы-2022” операцияһына йомғаҡ яһалды
“Шыршы-2022” операцияһына йомғаҡ яһалды

Башҡортостандың Урман хужалығы министрлығы 2022 йылдың 21 ноябренән 31 декабренә тиклем “Шыршы-2022” оператив-профилактик операцияһын үткәрҙе. Ул шул иҫәптән Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Экология” милли проектының (национальный проект “Экология”) “Урманды һаҡлау” төбәк проектына ярашлы ойошторолдо.

Федераль дәүләт урман һәм янғын күҙәтеүе бүлеге начальнигы Эльмир Хөсәйенов әйтеүенсә, операция барышында 2204 рейд булған, Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы менән берлектә 56 стационар пост асылған һәм 137 күсмә төркөм төҙөлгән. Шыршы әҙерләү буйынса 83,3 гектар майҙанды биләгән 42 урын ҡабул итеп алынған.

– Операция барышында ылыҫлы ағастарҙы рөхсәтһеҙ 14 киҫеү осрағы асыҡланды, урманға килтерелгән зыяндың дөйөм күләме 81 мең һум тәшкил итте. Биш ваҡиға буйынса материалдар хоҡуҡ һаҡлау органдарына ебәрелде һәм енәйәт эше ҡуҙғатылды, – тине ведомство вәкиле. 

Бынан тыш, ағас булмаған урман ресурстарын үҙ белдеге менән әҙерләү һәм йыйыуҙың дүрт осрағы асыҡланды, ғәйепле кешеләр административ яуаплылыҡҡа тарттырылды. Өҫтәмә рәүештә башҡа урман үҫентеләрен законһыҙ ҡырҡыуҙың 39 осрағы асыҡланды.

Автор:
Читайте нас: