+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
23 Ғинуар 2023, 09:24

Эшҡыуарҙарҙы Үзбәкстанда көтәләр

Уларҙы "Төҙөлөш - UzBuild 2023" халыҡ-ара күргәҙмәһендә ҡатнашырға саҡыралар.

#нацпроекты#регпроект#национальныепроектыБашкортостан

Башҡортостандың Экспортҡа ярҙам үҙәге 28 февралдән 3 мартҡа тиклем Үзбәкстандың Ташкент ҡалаһында үтәсәк 24-се “Төҙөлөш - UzBuild 2023” Үзбәкстан халыҡ-ара күргәҙмәһендә ҡатнашыуға ғаризалар ҡабул итә. Был турала республиканың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева хәбәр итте.

Күргәҙмәлә төҙөлөш материалдары, технологиялар, махсус ҡорамалдар етештереүсе ватан һәм сит ил предприятиеларының иң яҡшы ҡаҙаныштары, тәжрибәһе күрһәтелә. Күргәҙмә бүлектәре:

– Төҙөлөш материалдары

– Интерьер һәм дизайн

– Яҡтылыҡтың архитектура һәм декоратив биҙәлеше. Электрика

– Тәҙрәләр, ишектәр, фасадтар

– Керамика һәм биҙәү ташы

– Ҡоралдар һәм беркеткестәр

– Ағас эшкәртеү өсөн машиналар һәм ҡорамалдар

– Төҙөлөш

– Күсемһеҙ мөлкәт

— Ландшафт һәм йәшелләндереү

— Төҙөлөш технологиялары һәм ҡорамалдары буйынса махсуслаштырылған бүлек — BuildTech 2023.

Ҡатнашыуға ғариза биреү йәки тулыраҡ мәғлүмәт алыу өсөн Башҡортостандың Экспортҡа ярҙам үҙәге хеҙмәткәрҙәренә электрон почта аша мөрәжәғәт итегеҙ: [email protected] йәки телефондан: +7 347 246 246 85 69, +7 927 354 12 15.

Бындай саралар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы ҡабул ителгән "Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт" милли проектын (национальный проект "Международная кооперация и экспорт") ғәмәлгә ашырырға булышлыҡ итә.

Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: vk.com/foreignrb

Читайте нас: