Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
25 Ғинуар , 09:10

25 ғинуар – Рәсәйҙә халыҡ-ара студенттар көнө билдәләнә

25 ғинуар календарҙа «Татьяна» көнө булараҡ билдәләнә. 

25 ғинуар – Рәсәйҙә халыҡ-ара студенттар көнө билдәләнә
25 ғинуар – Рәсәйҙә халыҡ-ара студенттар көнө билдәләнә

1755 йылдың 25 ғинуарында - Изге Татьяна көнөндә батшабикә Елизавета "Мәскәү университеты тураһында" указға ҡул ҡуя. Шул ваҡыттан Изге Татьяна студенттарҙың ҡурсалаусыһы тип һанала. Байрамды хәҙер илдең бөтә студенттары көтөп ала.

Беҙҙең йәштәр уны Тәслимә көнө тип тә шаярта.

Студент – ул киләсәккә төрлө пландар ҡороп, төн йоҡоларын йоҡламайынса тырышып-тырмашып белем диңгеҙен кискән кеше. Тик уҡыу менән генә мәшғүл булһаң, ул ваҡытта тормоштоң иң матур, күңелле мәле булып һаналмаҫ ине студент йылдары. Уҡыу менән төрлө шөғөлдәрҙе уңышлы үҙләштереүсе йәштәр бөгөн уңышлылар рәтендә.

Барлыҡ студенттарҙы ла матур байрамдары - Рәсәй студенттары көнө менән ихлас күңелдән тәбрикләйбеҙ! Уҡыуығыҙҙа, тормошоғоҙҙа ҙур уңыштар теләйбеҙ! Яулар үрҙәрегеҙгә ҡыйыу атлағыҙ!

https://uchbash.com/news/novosti/2023-01-24/25-inuar-r-s-y-haly-ara-studenttar-k-n-bild-l-n-3117108 

Автор:
Читайте нас в