Төрлөһөнән
17 Февраля 2023, 11:45

Бөгөн - Миғраж кисе

Бөгөн - Мөхәммәт пәйғәмбәр күккә күтәрелгән көн. Был төндө доғала үткәрегеҙ.

Бөгөн - Миғраж кисеБөгөн - Миғраж кисе
Бөгөн - Миғраж кисе

Миғраж – ислам динендә ҡиммәтле һәм дәрәжәле мөбәрәк кистәрҙең береһе. Был төндә пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм күктәргә күтәрелгән, Аллаһы Тәғәлә әмере менән уға йәннәт һәм йәһәннәм күрһәтелгән.
Миғраж ‒ һүҙлектә баҫҡыс һәм юғары бер ергә күтәрелеү тигәнде аңлата. Миғраж – күккә күтәрелеү, Рәсүлүллаға бәйғәмбәрлек биреүҙең туғыҙынсы йылында Рәжәб айының 27-се кисендә була. Был мөғжизә унан башҡа һис бер пәйғәмбәргә бирелмәй. Ошо ваҡыттан алып мосолмандарға биш ваҡыт намаҙ уҡыу фарыз. Миғраж кисендә мосолмандар доға ҡылып, Ҡөрьән уҡып, Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдең ҡиссаһын өйрәнеп, уға мәҙхиә әйтеп, риүәйәттәр һөйләп үткәрә. Аллаһы Тәғәләгә шөкөрана итә, гонаһтарын ғәфү итеүҙе һорай.

Автор:
Читайте нас