+18 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
9 Март 2023, 14:00

Башҡортостан цифрлы үҙгәреш буйынса федераль рейтингыла алтынсы урынға лайыҡ булды

Төбәк Хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә БР Башлығы Радий Хәбиров белдереүенсә, Башҡортостан цифрлы үҙгәреш буйынса федераль рейтингыла Рәсәй төбәктәренең топ-10 исемлегенә инде. 

Башҡортостан цифрлы үҙгәреш буйынса федераль рейтингыла алтынсы урынға лайыҡ булды
Башҡортостан цифрлы үҙгәреш буйынса федераль рейтингыла алтынсы урынға лайыҡ булды

 2022 йыл һөҙөмтәһе буйынса республика был йүнәлеш буйынса илдә иң ҙур үҫеш темпын күрһәткән. Йыл эсендә беҙ һөҙөмтәне 33 позиция буйынса яҡшыртҡанбыҙ.

–Кисә Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе урынбаҫары Дмитрий Чернышенко етәкселегендә үткән кәңәшмәлә төбәктәрҙең цифрлы үҙгәреш рейтингы барланды. Республика Рәсәй буйынса алтынсы, Волга буйы федераль округында икенсе урынға сыҡты, – тине Радий Хәбиров. – Бер йыл эсендә генә беҙ 33 пунктҡа күтәрелдек. Бығаса төбәк ундай уңышҡа өлгәшкәне юҡ ине. Был яҡшы һөҙөмтә һәм лайыҡлы эш.

Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса был өлкәлә эш көсәйтеләсәк - Башҡортостан алдында Рәсәй лидерҙарының тәүге өсәү исемлегенә инеү бурысы тора.

Автор:
Читайте нас: