+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
14 Март 2023, 08:48

Республика халҡын йәнә температура "тирбәлеүҙәре" көтә

Башгидрометүҙәк мәғлүмәттәре буйынса, март уртаһында республикала яуым-төшөм ихтималлығы аҙ булыуы күҙаллана. Һауа температураһы 16 мартта көндөҙ +1,+6, таулы райондарҙа +11 градусҡа тиклем күтәреләсәк.

Республика халҡын йәнә температура "тирбәлеүҙәре" көтә
Республика халҡын йәнә температура "тирбәлеүҙәре" көтә

Шишәмбе, 14 мартта, көндөҙ урыны менән бер аҙ епшек ҡар яуа. Айырым райондарҙа боҙлауыҡ, сымдарҙа һәм ағастарҙа епшек ҡар ятыуы, юлдарҙа ҡар һырынтылары, боҙлауыҡ көтөлә. Ел көнбайыштан, төньяҡ-көнбайыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы -3,+2 градус тәшкил итәсәк.

Шаршамбы, 15 мартта, урыны менән бер аҙ епшек ҡар яуыуы, төндә һәм иртән юлдарҙа боҙлауыҡ булыуы көтөлә. Ел көньяҡ-көнбайыштан, көньяҡтан талғын, төньяҡта көсәйеүсән. Термометр бағанаһы төндә -3,-8,аяҙытҡанда -10, -15, көндөҙ -1,+4 күрһәтәсәк.

Кесаҙна, 16 мартта, һиҙелерлек яуым-төшөм фаразланмай. Ел көньяҡ-көнбайыштан, көньяҡтан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә -3, -8, урыны менән -13, көндөҙ +1,+6, таулы райондарҙа +11 градусҡаса.

Автор:Гульфия Хасанова 
Читайте нас: