+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
15 Март 2023, 16:38

Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ!

Бөгөн, 15 мартта, Башҡортостандан махсус операция зонаһына 2023 йылда иң ҙур гуманитар канвой юлланды.

Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ!
Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ!

Автоколонна составында 33 берәмек техника: 12 йөк автофургоны, 14 еңел автомобиль һәм 7 микроавтобус. Республика Башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса Шайморатов, Доставалов, Салауат Юлаев исемендәге батальондар яугирҙәренә һәм мобилизацияланғандарға йылы кейем, медикаменттар, канцелярия тауарҙары, аҙыҡ-түлек, шәхси посылкалар, махсус ҡорамалдар һәм техника алып барыла. Яугирҙәр өсөн гуманитар йөк әҙерләүҙә республиканың бөтә вайымһыҙ булмаған халҡы, предприятиелар, бизнес вәкилдәре ҡатнашты.

Гуманитар миссияла ҡатнашыусыларҙы оҙатырға килгән республика хөкүмәте вице-премьеры Ирек Сәғитов билдәләүенсә, сираттағы автоколоннаны ебәреү Ҡырымдың Рәсәйгә ҡушылыу датаһына тура килә.

Автоколонна составында бөгөн 97 кеше алыҫ юлға сыҡты, улар иҫәбендә ҡотҡарыусылар, алты район башлығы, ауыл биләмәләре вәкилдәре лә бар.

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

Фото Башинформ сайтынан алынды.

Автор:Гульфия Хасанова 
Читайте нас: