+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
3 Апрель 2023, 16:38

Тауары юғары баһалана

Хәйбулла районынан Рушана Ҡаҙаҡбаева парфюмерия һәм косметика саралары етештерә.

#нацпроекты#регпроект#национальныепроектыБашкортостан

Рушана Ҡаҙаҡбаева 2018 йылдан алып шәхси эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә. Ул парфюмерия һәм косметика саралары, атап әйткәндә хуш еҫле шәмдәр, диңгеҙ тоҙо, ирен өсөн бальзам һәм башҡа продукция етештерә. Барыһы ла ҡул менән эшләнә. Төп эште Рушана үҙе башҡара, ҡайһы саҡта тауарын төрөүҙә әхирәттәре һәм таныштары ярҙам итә. Йәш эшҡыуар – һөнәре буйынса дизайнер, шуға ла әйберҙәренең матурлығына ла ҙур иғтибар бүлә.

Күптән түгел Рушана билдәле маркетплейс менән эшләй башлаған. Бында уның тауары юғары баһаланған һәм хатта “хит”, “бестселлер” тип тә билдәләнгән. Етештереү күләмен һәм сифатын арттырыу өсөн махсус ҡорамалдар кәрәк.

“Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ” милли проекты  сиктәрендә үткәрелгән “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә йүнсел ҡыҙға ярҙам итеү мөмкинлектәре ҡаралды, инвестиция проектын тормошҡа ашырыуҙа булышлыҡ итергә ҡушылды, тип хәбәр итә Хәйбулла районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/430317#scroll.

Читайте нас: