+26 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
10 Апрель 2023, 15:45

"Сирен"дең сәскә атҡан сағы

Һәр ғаиләнең матурлығы, бәхете — татыулыҡта, бер-береңде аңлап, тормоштан кинәнес табып йәшәүҙәлер. Маҡтауға, хөрмәт-ихтирамға лайыҡ ғаиләләр районыбыҙҙа бихисап. Мораҡай ауылында йәшәүсе Мәғәсүмовтар ғаиләһе лә тап шундайҙарҙан. Земфира һәм Ишдәүләт Мәғәсүмовтарҙың бәхете бер-береһен хөрмәт итеүгә, тормоштоң бар мәшәҡәттәрен бүлешеп, уртаҡ маҡсаттар менән янып йәшәүгә нигеҙләнгән.  

"Сирен"дең сәскә атҡан сағы
"Сирен"дең сәскә атҡан сағы

Ирле-ҡатынлы Мәғәсүмовтар икеһе лә ошо Мораҡай ауылынан. Бала саҡтан бер-береһен белеп-күреп үҫһәләр ҙә, яҙмыш уларҙы урау-урау юлдар менән ҡауыштыра. Икеһе лә бер мәктәптә белем ала. Земфира апай урта мәктәпте тамамлағандан һуң, Ҡырмыҫҡалыла бухгалтер һөнәрен үҙләштерә, ә Ишдәүләт ағай Таштимерҙәге 93-сө һөнәрселек училищеһында тракторсыға уҡый. Аҙаҡ иһә Төньяҡ флотында моряк булараҡ Ватан алдындағы бурысын үтәп ҡайта. Һуңынан урындағы колхозда эш башлай. Шул йылдарҙа йәш егет үҙенә өй һала. 

Земфира апай тыуған ауылына ҡайтып, клубта эш башлай. 2001 йылда Ишдәүләт ағай менән ғаилә ҡороп, дәртләнеп донъя көтөп китәләр.

—Ауыл халҡы үтә дәртле, дәррәү булғанға, клубта эшләү еңел бирелде. Аҙна һайын саралар үткәрҙек, Роза Вәли ҡыҙы менән бергәләп халыҡты әүҙемләштерҙек, — ти Земфира Зәйтүн ҡыҙы.

Мәғәсүмовтар һәр саҡ етеш йәшәргә ынтыла. Кәртә тултырып мал-тыуар тоталар, йәйгеһен ҡош-ҡортон да күпләп аҫрайҙар. Ҡайҙа булһа ла икәүләшеп аҡса табырға сос булалар. Бер нисә йыл рәттән йәйле-көҙлө бәшмәк йыйып һаталар.

— Таңғы биш-алтынан тороп, урманға барып, кеше килгәнсе 10-15 биҙрә бәшмәк йыйып та ҡуйыр инек. Баҙарҙа иһә 20-25 биҙрәләп бәшмәктең төрлө төрҙәренән теҙеп ултыртып һата инек. Бәләкәй балаларҙы, йорт-ҡураны ҡарап тороу өлкән ҡыҙыбыҙ иңендә булды, — тиҙәр улар.

Йүнсел йүнен таба, тиҙәр бит әле халыҡта. Мәғәсүмовтар бәшмәк һатып ҡына ҡалмай, йәй буйы миндеген дә бәйләп аҡса итә. Бөтәһе лә законлы башҡарыла: килешеү нигеҙендә Магнитогорск ҡалаһының «Малиновка» мунсаһына 15 йыл рәттән миндек бәйләп тапшыралар. Июндән алып сентябрь уртаһына тиклем бәйләгән миндектәр кәмендә 400 мең һум тәшкил итә. Үҙ көстәре менән тапҡан аҡсаны улар техника алыуға, балаларҙы уҡытыуға, йорт-ҡураны бөтәйтеүгә йүнәлтә.

Земфира Зәйтүн ҡыҙы һатыусы булып та эшләй. Ишдәүләт ағай оҙаҡ йылдар Магнитогорск ҡалаһында калибровкала водитель була. Шул мәлдәрҙә үҙҙәренең магазинын булдырыу теләге уяна. Үҙҙәре йәшәгән йорт эргәһенә кибет ҡалҡып сыға. Тора-бара кафе төҙөү идеяһы менән янып йәшәйҙәр. Байым ауыл хакимиәте башлығы Даян Зәбир улы менән кәңәшләшкәндән һуң, улар ныҡлап эшкә тотона. Земфира апай документ эштәре менән йүгерһә, Ишдәүләт ағай нигеҙ һала башлай. Ғөмүмән, Ишдәүләт Мәүлитбай улының ҡулы оҫта булғас, нигеҙ төҙөүҙә ҡыйынлыҡтар тыумай. Ә бинаның үҙен, ҡыйығын эшләүгә кеше ҡушырға тура килә. Йәнекәй ауылынан Азат Ҡунаҡҡолов ике малайы менән төҙөп тә ҡуя. Иҙән менән стенаға Магнитогорск ҡалаһы эшселәре яллана. Һәр ерҙә лә кешелекле, шәфҡәтле Мәғәсүмовтар кафены асыр алдынан уларға ярҙам ҡулы һуҙғандарҙы өҫтәл артына туплап, аят бағышлай.

Июндә төҙөлә башлаған бина октябрь айында үҙенең тәүге ҡунаҡтарын ҡаршылай. Тәүге заказда Земфира Зәйтүн ҡыҙы ике туған ҡустыһының никахын үткәрә.

Хөкүмәт тарафынан субсидия алыу теләге бойомға ашмағас, кафеның төп өлөшөн кредит ярҙамында хәстәрләй улар. Финанс яғынан ҡытыршылыҡтар килеп тыуғас, еңелләштереү маҡсаты менән мал-тыуарҙарын әҙәйтеп, техникаларын һатып, бар аҡсаны кафе төҙөлөшөнә йүнәлтәләр.

— Бер башлағас, аҙағынаса еткерәйек тигән уй менән йәшәйбеҙ. Шөкөр, хыялдарыбыҙ тормошҡа аша. Ҡышҡыһын заказдар күп кенә булды. Бер-бер артлы өсөшәр-етешәр көнләп юбилейҙар, мәжлестәр үткәрергә тура килде, — ти Ишдәүләт Мәүлитбай улы. 

Күҙ ҡурҡа, ҡул эшләй тигәндәй, Земфира Зәйтүн ҡыҙы үҙе ашнаҡсы ла, официант та.

— Эш башлағанда ҡурҡыңҡырап торһам да, хәҙер оҫтарҙым. Үҙем сервировать итеү серҙәрен дә төшөндөм, залды биҙәү ҙә үҙебеҙҙең өҫтөбөҙҙә, фантазияны эшкә егергә генә кәрәк. Ял көндәрендә ике ҡыҙым официант булып эшкә сыға. Кеше һаны күп булған осраҡта ғына официанттар яллайым, былай был беҙҙең ғаилә бизнесы, — тип серҙәре менән бүлеште Земфира апай. — Төнөн йоҡламай, бер-ике сәғәт кенә ял итеп, арып-талып эшләгән саҡтар ҙа булғылай. Боландың мөгөҙө үҙенә ауыр түгел, ти бит әле халыҡ мәҡәле. Беҙ ҙә шулай, үҙебеҙ өсөн булғас, тырышып эшләйбеҙ.

Мәғәсүмовтар йәйгеһен баҡса тултырып йәшелсә-емеш үҫтереп, кәртә тултырып ҡош-ҡорт көтәләр. Үҙҙәре кеүек тырыш балалар үҫтерә улар. Өлкән ҡыҙҙары Нәркәз Белорет ҡалаһында фельдшер булып эшләй. Икенсе ҡыҙҙары Зилиә лә апайының юлынан китеп, әлеге ваҡытта Белорет медицина колледжында фельдшер һөнәрен үҙләштерә. Атаһы менән әсәһе эргәһендә орсоҡ кеүек өйөрөлгән кинйәкәй Илмир Абҙаҡ мәктәбендә беренсе класта белем ала.

Кафеның исеме башҡорт телендә лә, рус телендә лә берҙәй матур яңғыраһын өсөн «Сирень» исемен биргәндәр. Әлеге мәлдә «Сирень»дең гөрләп эшләп торған мәле, сәскә атҡан сағы. Иркен, яҡты, матур кафенан хәҙер кеше өҙөлмәй. Бында Белорет, Әбйәлил, Учалы райондарынан заказ биреүселәр күп. Ризыҡтар барыһы ла хәләл. Башҡорт милли ризыҡтарын да өҫтәлгә ҡуя Мәғәсүмовтар.

Ихата эсендә йәйгелеккә беседкалар, ял итеү урындары, сәхнә лә бар. Ҡапҡа эсен йәйге осорҙа төрлө төҫтәге сәскәләр күмә. Туйҙар булған осраҡта, күсмә теркәлеү менән дә йәштәрҙе ҡабул итәләр.

— Илдә көсөргәнешле осор барғанға күрә, кафены социаль селтәрҙәрҙә рекламаламайбыҙ. Сөнки кемдеңдер улы, ағаһы, ҡустыһы, ире ут эсендә йөрөгәндә, мәжлестәргә саҡырып ултырыу хилаф эш, тип һанайбыҙ. Иң мөһиме — ғаиләләр татыу булып, илдә тыныслыҡ булһын ине, матур йәшәр өсөн шул ғына кәрәк, — тип тамамланы әңгәмәне ирле-ҡатынлы Мәғәсүмовтар.

Автор:Гульфия Хасанова 
Читайте нас: