-2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
19 Апрель 2023, 18:30

Һанлы профиль менән файҙаланыу мөмкинлектәре

Башҡортостан халҡы һанлы профиль ярҙамында Дәүләт хеҙмәттәре аша финанс хеҙмәте алыу мөмкинлегенә эйә.

Һанлы профиль менән файҙаланыу мөмкинлектәре
Һанлы профиль менән файҙаланыу мөмкинлектәре

Нимә ул һанлы профиль?

Сервис төрлө учреждение һәм ведомстволар базаһынан кеше тураһындағы мәғлүмәтте - паспорт, балалар һәм мөлкәт, никах, айырылышыу, фамилия алмаштырыу, килем, һалым хаҡындағы һәм башҡа мәғлүмәтте берләштерә.

Технологияның нигеҙендә Берҙәм идентификация һәм аутентификация системаһы ята. Ул Дәүләт хеҙмәттәре аша эшләй.

Күпселек мәғлүмәтте клиенттың ризалығы буйынса ғына тапшырырға һәм эшкәртергә мөмкин. Ризалыҡ Берҙәм һанлы ризалыҡ реестрында һаҡлана.

Сервистан ниндәй файҙа?

  Һанлы профиль Дәүләт хеҙмәттәре порталы аша хеҙмәттәр менән файҙаланғанда бюрократиянан ҡотолорға мөмкинлек бирә.

  Ваҡытты сарыфламаҫҡа булышлыҡ итә - ойошмалар буйлап йөрөргә, төрлө ведомстволарҙан белешмәләр көтөргә, документтар күсермәһен нотариустан раҫлатырға кәрәкмәй. Дәүләт органдары сайты аша мәғлүмәтте электрон төрҙә һоратып алырға ла кәрәкмәй. Ә банктарға һәм страховка компанияларына мәғлүмәтте тикшереүгә ваҡыт сарыф итергә тура килмәйәсәк.

  Яҡшы шарттарҙа хеҙмәттән файҙаланырға ярҙам итә, сөнки система теге йә был белешмәнең ялған булмауын һәм дөрөҫ мәғлүмәт бирелеүен гарантиялай. Компания өсөн хәүеф кәмей, өҫтәүенә, мәғлүмәттәрҙе тикшереү өсөн ваҡыт китмәй, һөҙөмтәлә кеше кредит йәки страховка буйынса уңайлы шарттарға дәғүә итә ала.

Башҡортостанда 20-гә яҡын банк ошондай мөмкинлек бирә. Алдағы йылдарҙа файҙаланылған мәғлүмәттәр һәм халыҡтың һанлы профилен ҡулланған ойошмалар исемлеген киңәйтеү һәм юридик берәмектең һанлы профилен асыу күҙаллана.

Сервис тураһында тулыраҡ мәғлүмәт - «Финанс мәҙәниәте» сайтында https://vk.cc/cndD3W.

Автор:
Читайте нас: