-3 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
26 Апрель 2023, 16:30

Республика айыҡлыҡ буйынса беренсе урында

Башҡортостан Волга буйы федераль округы төбәктәре араһында алдынғы

Республика айыҡлыҡ буйынса беренсе урында
Республика айыҡлыҡ буйынса беренсе урында

Башҡортостан Волга буйы федераль округы төбәктәре араһында айыҡлыҡ рейтингында беренсе урынды яуланы, ә дөйөм Рәсәй таблицаһында 32-се урындан 16-сыға күтәрелде. Ыңғай динамикала «Айыҡ ауыл» конкурсының өлөшө ҙур. Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында үткән беренсе төбәк-ара ғилми-ғәмәли конференцияһында һүҙ ошо хаҡта барҙы.

«Был республика проекты әүҙем ауыл халҡы һәм Башҡортостан Башлығының грант ярҙамы менән дүрт йыл инде уңышлы тормошҡа ашырыла. Күреүебеҙсә, айыҡ тормош алып барған, спорт һәм ижад менән шөғөлләнгән яҡташтарыбыҙ күбәйә. «Айыҡ» байрамдар һәм саралар йышыраҡ үткәрелә. Ауыл биләмәләрендә хәмер һатыу кәмей, иң мөһиме, контрафакт менән йәшерен сауҙа итеү юҡҡа сыға бара», — тип билдәләне республика Башлығы хакимиәте етәксеһе, «Айыҡ ауыл» республика конкурсының ойоштороу комитеты рәйесе Максим Забелин.  

Конкурс Башҡортостанда демографик хәлгә лә ыңғай йоғонто яһаны. Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры урынбаҫары Анна Таболина һүҙҙәренсә, «Айыҡ ауыл» конкурсында ҡатнашҡан ауылдарҙа тыуым күрһәткестәре республика буйынса алып ҡарағанда күпкә юғарыраҡ. Фәнни-ғәмәли конференция төбәктең проектты тормошҡа ашырыу тәжрибәһен тотош илгә таратыу өсөн үткәрелде.

«Рәсәй субъекттарының беҙҙең проектҡа ҡыҙыҡһыныуы бик ҙур. Беҙ төрлө төбәктәрҙән күп ғилми мәҡәләләр алдыҡ, шуға күрә бөгөнгө эш йомғаҡтары буйынса йыйынтыҡ баҫтырып сығарабыҙ. Был йыйынтыҡ Башҡортостан юлын ҡабатларға һәм төбәктәрҙә «Айыҡ ауыл» проектын ғәмәлгә ашырырға теләүселәр өсөн ҡулланма булыр тип иҫәпләйбеҙ», — тине «Айыҡ ауыл» республика конкурсының ойоштороу комитеты рәйесе урынбаҫары, Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова.

Форумдың пленар өлөшөндә ҡатнашҡан ауылдар — ойоштороу комитеты дипломдары, ә активистар Башҡортостан министрлыҡтарының һәм ведомстволарының рәхмәт хаттары менән бүләкләнде. 

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-04-25/bashkiriya-zanyala-pervoe-mesto-v-reytinge-trezvosti-sredi-regionov-pfo-3233943

Автор:Динара Сафиуллина
Читайте нас: