-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
4 Май 2023, 12:33

Милли кейем – рух асылы

“Ватандаш” журналы ойошторған “Милли кейем – рух асылы” конкурсында Өфө районының Жуково ауылында йәшәүсе яҡташыбыҙ Зөләйха Рыҫҡолова еңеү яуланы. “Тел, милли кейем, шәжәрә, туғанлыҡ, рух тигән берәй һүҙ сыҡһа, битараф ҡала алмайым, ҡыҙыҡһынам да китәм. Шуға ”Ватандаш” журналы ойошторған конкурстан да ситтә ҡалмай, ҡатнашырға булдым һәм тауыштары менән ҡеүәтләгән яҡындарыма, туғандарыма, дуҫтарыма, бөтә әбйәлилдәргә рәхмәт белдерәм,” – ти ул.

Милли кейем – рух асылы
Милли кейем – рух асылы

Зөләйха Иһәш ҡыҙында  милли кейем менән ҡыҙыҡһыныу, уны үҙенә лә тегеп алыу уйы уға өләсәһенең селтәре ҡомартҡы булып ҡалған көндән башлана.

“Әбйәлилдә уҙен хөрмәт иткән  һәр өләсәй, уҙенә генә түгел, ғаиләһендәге һәр ҡатын-ҡыҙға милли кейем әҙерләй. Мин дә шулайттым. Үҙемә, ҡыҙым Гөлназға, киленем Гөлнараға, ейансәрҙәрем Сәлимә менән Йәмиләгә милли биҙәүесебеҙ булған селтәрҙәр эшләнем. Шунан тулыһынса әбйәлилдәрсә, тамъяндарса итеп кейендерҙем.

Милли кейем, ысынлап та, рух асылы. Ул беҙҙең паспорт. Уға ҡарап беҙҙең  ҡайҙан икәнебеҙҙе, кем икәнебеҙҙе, хатта тарихыбыҙҙы һөйләргә була.

Һәр башҡорт ҡатын-ҡыҙының милли кейеме булырға тейеш тип уйлайым.

Уны  эшләйек, һаҡлайыҡ, киләһе быуындарға ҡалдырайыҡ!” – ти конкурс еңеүсеһе.

 

Автор:Гөлнара Күсәрбаева
Читайте нас: