+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
23 Май 2023, 16:55

Айғырҙа булғанығыҙ бармы?

Айғыр станцияһында кемпинг төҙөлә.

Айғырҙа булғанығыҙ бармы?
Айғырҙа булғанығыҙ бармы?

Белорет районында туристар араһында популяр Айғыр станцияһында кемпинг төҙөү, арт-объекттар ҡуйыу һәм ял итеүселәрҙе эсәр һыу менән тәьмин итеү өсөн скважина быраулау планлаштырыла. Проект-смета документацияһы әҙер. Был хаҡта «Башинформ»ға хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Руслан Ғариповтан билдәле булды.

«Әлеге ваҡытта Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы менән берлектә Айғыр станцияһын төҙөкләндереү эшен финанслау варианттары ҡарала», - тине ул.

Әйткәндәй, Куйбышев тимер юлы көсө менән Айғырҙа вокзал ремонтланған.

https://www.bashinform.ru/

Автор:
Читайте нас: