+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
25 Май 2023, 15:05

Урман хужалыҡтарына - яңы техника

 «Экология» милли проекты һәм «Урмандарҙы һаҡлау» федераль проекты сиктәрендә һатып алынған.

Урман хужалыҡтарына - яңы техника
Урман хужалыҡтарына - яңы техника

Бөгөн Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың урман хужалыҡтары, Урман хужалығы министрлығының федераль дәүләт урман һәм янғын күҙәтеү бүлектәре, 8 урман янғыны станцияһы етәкселәренә 44 берәмек яңы урман янғыны һәм урман-патруль техникаһы асҡыстарын тапшырҙы. 

«Урман — Башҡортостандың төп байлыҡтарының береһе. Шул иҫәптән экологик, мәҙәни байлыҡ. Урманды һаҡлау өсөн бергәләп күп эштәр башҡарабыҙ. Һуңғы йылдарҙа беҙ урман янғындарынан яфа сигәбеҙ. Шул уҡ ваҡытта урман янғыны хеҙмәте һәм Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы көсө менән ҙур зыян килтереүгә юл ҡуймайбыҙ. Шуның өсөн ҙур рәхмәт. Быйыл да, ҡатмарлы һауа шарттарына — яҙҙың иртә килеүенә һәм яуым-төшөмдөң аҙ булыуына ҡарамаҫтан, бергәләп урманыбыҙҙы һаҡлап ҡалырбыҙ тип ышанам. Һеҙҙе техника менән тәьмин итеү өсөн күп эшләйбеҙ. Артабан да урман янғындарын иҫкәртеү хеҙмәтенең матди базаһын һәм һеҙҙең хеҙмәт шарттарын яҡшыртырбыҙ», — тине Радий Хәбиров, урмансыларға мөрәжәғәт итеп.  

Асҡыстарҙы тапшырғандан һуң республика етәксеһе техниканы ҡараны, уның характеристикалары менән ҡыҙыҡһынды.

https://www.bashinform.ru/news/nacproject/2023-05-25/radiy-habirov-vruchil-klyuchi-ot-novoy-lesopozharnoy-tehniki-rukovoditelyam-lesnichestv-3272339

Автор:
Читайте нас: