Төрлөһөнән
27 Мая 2023, 06:00

Балалар уйынсыҡтары эшләү буйынса компания милли проектта ҡатнаша

Проектта ҡатнашыу – республика етештереүселәре өсөн төбәк һәм федераль баҙарҙа үҙҙәрен күрһәтеү мөмкинлеге.

Добавить в предпочтительные источники Google
Балалар уйынсыҡтары эшләү буйынса компания милли проектта ҡатнашаБалалар уйынсыҡтары эшләү буйынса компания милли проектта ҡатнаша
Балалар уйынсыҡтары эшләү буйынса компания милли проектта ҡатнаша

#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Бөрөләге “Спектр” балалар уйынсыҡтарын эшләү буйынса компания “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектында һәм “Башҡортостан аҙыҡ-түлеге” программаһында ҡатнаша. Был турала төбәктең иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығында хәбәр иттеләр. Компания директоры Андрей Южанин әйтеүенсә, милли проект сиктәрендә производство менән идара итеүҙе оптимәлләштереү, үҫеш потенциалын табыу планлаштырыла. Алдағы осорҙа төбәк үҙәге эсперттары диагностика үткәрәсәк. Был иһә производстволағы “тар урындар”ҙы асыҡларға һәм уларҙы булдырмау юлдарын тәҡдим итергә ярҙам итәсәк.

Бынан тыш “Спектр” “Башҡортостан аҙыҡ -түлеге” проектының яңы дипломанты булды. Проектта ҡатнашыу – республика етештереүселәре өсөн төбәк һәм федераль баҙарҙа үҙҙәрен күрһәтеү мөмкинлеге.

фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.

Сығанаҡ: "Башҡортостан" гәзите

Автор:
Читайте нас